Эстәлеккә күсергә

Кинйә мәмерйәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кинйә мәмерйәһе
Кинйә мәмерйәһе. Һыуытҡыс залына инеү
Кинйә мәмерйәһе. Һыуытҡыс залына инеү
Төп күрһәткестәр
Инеү юлдары һаны10 
Килеүселәр өсөн
Яҡтыртыуюҡ 
Урынлашыуы
52°39′34″ т. к. 55°25′46″ кс. о.HGЯO
Ил
ТөбәкБашҡортостан 
Рәсәй
Красная точка
Кинйә мәмерйәһе
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Кинйә мәмерйәһе

Кинйә мәмерйәһе — Көйөргәҙе районы биләмәһендә урынлашҡан мәмерйә. Беренсе Кинйәбыҙ ауылынан 500 метр алыҫлыҡта ята. Эргәһендә Ҡарамалы йылғаһы аға.

Мәмерйә тарихҡа бик бай. Ул ундан артыҡ ишектәрҙән тора. Бер ишеген борон-борондан кешеләр һыуытҡыс итеп ҡулланған. Сөнки унда бик һыуыҡ. Йәй көндәрендә лә боҙҙар иремәй. Бер ишегенән керһәң бик йыраҡ ара үтергә була. Унда ер аҫты юлы бар.

Ололар һөйләүе буйынса Граждандар һуғышы ваҡытында Зәки Вәлиди отряды ҡыҙылдарҙан тап ошо юл менән юл яҙлыҡтырған. Бер ишегендә ер аҫты йылғаһы аға. Ул бер нисә саҡрым барып, тау битләүенән ҙур шишмә булып урғылып сығып ята. Халыҡ был шишмәне Тоҙлогүл тип йөрөтә.

1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ла ҙур роль уйнай. Нисәлер көн Пугачёв, Кинйә Арыҫлановтың кәңәше менән карателдәрҙән йәшеренеп торған.