Эстәлеккә күсергә

Кинйәабыҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Кинйәабыҙ (Көйөргәҙе районы) битенән йүнәлтелде)
Кинйәабыҙ
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Свобода ауыл Советы
Почта индексы 453352
Карта

Кинйәабыҙ (Кинйәбыҙ, Кинйә-Абыҙ) — Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районындағы ауыл, Свобода ауыл Советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны — 157 кеше[1]. Почта индексы — 453352, ОКАТО коды — 80239805004.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кинйәабыҙ ауылы

Көйөргәҙе районының көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Ермолаево): 28 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Свобода): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ермолаево): 28 км

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • башҡ. Еңеүҙең 40 йыллығы (урамы) — рус.  40 лет Победы (улица)
  • башҡ. Ғ. Арыҫланов (урамы) — рус.  Г.Арсланова (улица)
  • башҡ. С. Биктимеров (урамы) — рус.  С.Биктимирова (улица)
  • башҡ. Х. Ғайсин (урамы) — рус.  Х.Гайсина (улица)[2]

Ауыл тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ул Емельян Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Пугачевтың иң яҡын дуҫы, кәңәшсеһе булған Кинйә Арыҫланов тарафынан 1760-сы йылдарҙа нигеҙләнгән. Ауылды төҙөү тураһында риүәйәттәр һаҡланып ҡалған. Оло Көйөргәҙе йылғаһын һыулай. Ауылдан алыҫ түгел туғайлыҡ, Көйөргәҙе йылғаһының ике яғынан — тауҙар. Былар ауылды ҡышын ыжғыр бурандарҙан ышыҡлаһа, яҙ көндәрендә мал өсөн «ҡотҡарыусы» булған. Йылҡы малы һәр саҡ тибендә йөрөй алған.

Ауыл 18321835 йылдарҙа ике өлөшкә бүленә. Халыҡ телендә Туғай Кинйәһе һәм Күзмин Кинйәһе тип йөрөтөлһә, рәсми документтарҙа 1-се һәм 2-се Кинйәбыҙ тип йөрөтөлә.

Беренсе Кинйәабыҙ 1987 йылда ғәмһеҙлек арҡаһында юҡҡа сыҡҡан[3].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Матбуғатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Беҙ — Кинйә нәҫеленән![4]
  • Музейға сәйәхәт[5]

Сайтта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бер ауылдан ике Советтар Союзы Геройы[6]

Фильм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кинйә абыҙ[7]

Видеофильм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кинйә абыҙ музейы[[8]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Исмәғилев А. Батыр рухы ҡайтты ауылына. Көйөргәҙе районының Кинйәбыҙ ауылында. Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 285 йыл тулыуға арналған байрам үтте / Азамат Исмәғилев // Йәшлек. — 2008. — 24 июль.