Арыҫланов Нурамбәк Ғиниәт улы
Арыҫланов Нурамбәк Ғиниәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 июль 1928 |
Тыуған урыны | Кинйәабыҙ ауылы |
Вафат булған көнө | 30 июнь 2012 (83 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим |
Арыҫланов Нурамбәк Ғиниәт улы (15 июль 1928 йыл — 30 июнь 2012 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (2002), иҡтисад фәндәре докторы (1985), профессор (1987), Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1981) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нурамбәк Ғиниәт улы Арыҫланов 1928 йылдың 15 июлендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы) Кинйәабыҙ ауылында тыуған. Сығышы менән Арыҫлановтар нәҫеленән.
1954 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын тамамлай.
Эш урыны: 1959 йылда СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы иҡтисади тикшеренеү бүлегендә ғилми хеҙмәткәр; БАССР-ҙың Ауыл хужалығы министрлығында идаралыҡ начальнигы (1962—1966); 1966 йылдан — Башҡортостан ауыл хужалығы институтында кафедра мөдире; бер үк ваҡытта Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының (ИСЭЙ) (1991—1994), Башҡортостан малсылыҡ һәм йылҡысылыҡ ғилми-тикшеренеү һәм проектлау-технологик институтының (БНИПТИЖ) (1995—1998) етәксе ғилми хеҙмәткәре.
Арыҫланов Нурамбәк Ғиниәт улының фәнни тикшеренеү йүнәлештәре: баҙар иҡтисады шарттарында агросәнәғәт производствоһын ойоштороу, Башҡортостан Республикаһы аграр секторының иҡтисади һөҙөмтәлелеген арттырыу.
Уның докторлыҡ диссертацияһы темаһы «Проблемы экономической эффективности молочного скотоводства в условиях его индустриализации (Вопросы теории, методология анализа и пути повышения)».
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арыҫланов Нурамбәк Ғиниәт улы — 150-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 12 монография авторы.
- Внедрение передовой технологии в колхозах и совхозах. Өфө, 1963 (авторҙаш).
- Снижение себестоимости молочной продукции. Өфө, 1964.
- Пути повышения эффективности сельскохозяйственного производства в БАССР. Өфө, 1972.
- Эффективность молочного скотоводства на современном этапе НТП (Вопросы теории, методологии анализа и пути повышения). Өфө, 1981.
- Проблемы перестройки агропромышленного производства и развитие земельных отношений. Өфө:, 2002.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Недорезков В. Д., Зиязетдинов Р. М. Башкирский государственный аграрный университет: История. Современность. Уфа: 2000.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шакирова С. М. Арыҫланов Нурамбәк Ғиниәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2019)
- http://www.anrb.ru/blog/alias/araslanov