Эстәлеккә күсергә

Мәләүез (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәләүез
Ҡайҙа ҡоя Ағиҙел
Ҡушылдыҡ Күксар, Ҡарабуғат һәм Ҡарағай (йылға)
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Оҙонлоҡ 37 km
Карта

Мәләүез — йылға, Ағиҙел йылғаһының һул ҡушылдығы. Көйөргәҙе районы Яңы Муса ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта башлана. Шул уҡ район буйлап төньяҡтан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай аға, Яңы Муса ауылы эргәһендә йүнәлешен төньяҡ-көнсығышҡа үҙгәртә һәм Көйөргәҙе, Мәләүез райондары буйлап аға. Ағиҙел йылғаһына (тамағынан 856 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 37 км, бассейн майҙаны 354  м². Ҡатнаш, башлыса, ҡар һыуы менән туйына. Мәләүез ҡалаһы эргәһендә уртаса йыллыҡ һыу сығымы 1,9 куб с. Рельефы убалы тигеҙлек. Ландшафы һоро урман тупрағындағы һәм типик ҡара тупраҡтағы киң япраҡлы урмандарҙан, болонло далаларҙан һәм һөрөнтө ерҙәрҙән тора. Бассейнының 7 процентын урман ҡаплаған, 43 проценты һөрөлгән. Ҡушылдыҡтары: уң — Күкһер, Ҡарағай һ. б.; һул — Ҡарабуғат һ. б.

Йылға исеме төрлө сығанаҡтарҙа төрлөсә аңлатыла. Мәҫәлән, йылға русса Мелеуз тип атала. Шуға атаманың килеп сығышын "мәллә" (боронғоса "һары") һүҙе менән бәйләйҙәр. Ә Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлегендә түбәндәгесә аңлатыла: "Мәләүез (Мелеуз) — рр. прав. пр. Инзера в Арх. р-не; два лев. пр. Белой в Кугач., Мелеуз р-нах; лев. пр. Сакмары в Хайб. р-не. Вариант назв. Мәнәүез. Возможно от иранского мал "стоячая вода" и дрвен. тюрк. үгүз (река). Ср. Малоузка — рч. в Бакалинском районе, д. Нагайбак"[2].

Ә бит йылға исеменең килеп сығышы боронғо башҡорттарҙың эш ҡоралы мәнәүгә бәйле[3]. 80 — 90 сантиметр оҙонлоғондағы, яҫы итеп осланған имән таяҡ мәнәү тип атала. Элек был таяҡ ярҙамында төрлө тамырҙар ҡаҙып алғандар, селәү ҡаҙғандар.

« Мәнәү кеүек ҡыҫҡа ғына, ерҙе йыртҡылап, үҙән ярып, ҙур йылғаларға барып ҡушылған йылғаларҙың ҡайһыларын, образлы итеп, Мәнәүйылға тип йөрөткәндәр. Мәнеү һәм Мәнәүез тигәндә тамыр һүҙ мәнәү. Күгәрсен районындағы Мәнеү йылғаһы — Мәнәүҙең үҙгәртеп әйтелеше[4]</ref>.

»

60-сы йылдарҙа оло йәштәгеләрҙең Мәләүезде Мәнәүезтамаҡ тип йөрөтөүен иҫәпкә алһаҡ, Мәләүез йылғаһы атамаһының да тамыры мәнәү булыуына инанырбыҙ.

  • Рәшит Шәкүр. Исемдәрҙә ил тарихы.Өфө, "Китап". 1993 йыл. Т 6000 экз. 257 бит.
  • Словарь топонимов РБ. Өфө. Китап. 2002. Т 5000 экз. стр. 254.
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Словарь топонимов РБ. Өфө. Китап. 2002. 154-се бит
  3. Рәшит Шәкүр. Исемдәрҙә ил тарихы.Өфө, "Китап". 1993 йыл. 225-се бит
  4. Рәшит Шәкүр. Исемдәрҙә ил тарихы.Өфө, "Китап". 1993 йыл. 224-се бит