Эстәлеккә күсергә

Көйөргәҙе тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Көйөргәҙе тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы
Нигеҙләү датаһы 3 ғинуар 1983
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ермолаевка
Баш компания (ойошма, предприятие) Ермолаевка ауыл советы
Карта

Көйөргәҙе тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы (1995 йылдан), Хәрби һәм хеҙмәт даны музейы (1983—1995) — музей. Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылында урынлашҡан.[1]

Музей 1983 йылдың 3 ғинуарында Күмертау КПСС ҡала комитеты һәм район халыҡ депуттары Советы башҡарма комитетының 1980 йылғы ҡарары нигеҙендә асыла. Музей Хәрби һәм хеҙмәт даны музейы исемендә йәш быуынды илһөйәрлек һәм сәйәси нигеҙҙә тәрбиәләүҙе көсәйтеү маҡстаныда ойошторола. Музейҙы ойоштороу өсөн егерме кешенән торған махсус комиссия төҙөлә. Комиссия эшендә партия комитеты, район Советы башҡарма комитеты, район мәғариф һәм мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнаша. Музейға нигеҙ һалыуҙа һәм ойоштороуҙа хеҙмәт ветернаы, район Советы башҡарма комитеты рәйес урынбаҫары, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Нәби Хәмит улы Ғисмәтуллин күп көс һала. Музей башта Күмертау ҡалаһында, райондың ауыл хужалығы идаралығы бинаһында урынлаша.

1993 йылда райондың тарихи исеме Көйөргәҙе районы тергеҙәлә, район үҙәге Ермолаевка ҡасабаһына күсерелә. Музей ҙа яңы район үҙәгенә күсә һәм яңы төҙөлгән район мәҙәниәт йортонда урынлаша.

1995 йылда музей Башҡортостан Республикаһы Милли музейы филиалы итеп үҙгәртелә.

2001 йылда эш һөҙөмтәләре буйынса ауыл райондары музейҙары араһында «Иң яҡшы ауыл тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музей» тип таныла һәм реконструкция үткәреү планына индерелә.

2003—2005 йылдарҙа музейҙа реконструкция үткәрелә.

2005 йылдың 24 мартында, Көйөргәҙе районының 70 йыллығы һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 60 йыллығы алдынан музей яңынан эшләй башлай.

2006 йылдан музей Көйөргәҙе районы муниципаль районы ҡарамағына ҡайтырыла, үҙ аллы юридик шәхес булараҡ теркәү үтә.

Музей директорҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музейҙың дөйөм фонды 6480 берәмәк, шул иҫәптән төп экспонаттар — 3500 һаҡлау берәмәгенән тора.

Беҙҙең эраға тиклемге VI—II быуаттарҙағы сармат хәнйәре, Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы хәрби наградалар коллекцияһы, районда тыуып үҫкән Ғ. Ш. Арыҫланов, С. Ғ. Биктимеров, Х. Н. Ғайсин, М. Ғ. Ҡужаҡов, В. Г. Недошивин, А. И. Хохлов, Х. Х. Хөсәйенов тураһында фото һәм документаль материалдар. Экспозиция «Бөйөк Ватан һуғышы», «Наҡаҫбаш заказнигы» диорамалы тарих, мәҙәниәт, этнография, тәбиғәт бүлектәренән тора. Күргәҙмә залы бар.