Ҡужаҡов Морат Ғәлләм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡужаҡов Морат Ғәлләм улы
Kuzakov MG.jpg
Тыуған ваҡыты

10 март 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе [1] Иҫке Мораптал ауылы

Үлгән ваҡыты

3 ноябрь 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (82 йәш)

Вафат урыны

Башҡорт АССР-ы
Өфө ҡалаһы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хеҙмәт итеү йылдары

1942—1945

Хәрби звание
Өлкән сержант
Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы — 1944
Ленин ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985

Ҡужаҡов Морат Ғәлләм улы (10 март 1904 йыл30 октябрь 1986 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының отделение командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944). Ҡыпсаҡ ҡәбиләһе бейе, башҡорт кенәзе һәм тарханы Мешәүле Ҡарағужаҡ вариҫы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Морат Ғәлләм улы Ҡужаҡов 1904 йылдың 10 мартында Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе[1] Иҫке Мораптал ауылында тыуған.

1929 йылда Көйөргәҙе районының В. И. Чапаев исемендәге колхозында эшләй башлай.

1942 йылдың апрель башында Сталинград, Үҙәк һәм 1-се Украина фронтында хеҙмәт итә. «Советтар Союзы Геройы» исеменә 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 58-се гвардия полкының отделение командиры гвардия өлкән сержанты Ҡужаҡов 1943 йылдың 27 сентябренә ҡараған төндә Белорус ССР-ы Нивки ауылы янында Днепр йылғаһы аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була.

1945 йылда демобилизацияланғандан һуң 1964 йылға тиклем Көйөргәҙе районының С. М. Киров исемендәге колхозында эшләй: 1953 йылға тиклем рәйес, 1953—1957 йылдарҙа бригадир.

1986 йылда Өфө ҡалаһында вафат була. Иҫке Мораптал ауылында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Советтар Союзы Геройы (15.01.1944)[2];
  • Ленин ордены (1944);
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[3].

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Тыуған ауылында бер урам Морат Ҡужаҡов исемен йөрөтә.
  • Б. Бикбай исемендәге Мораптал урта мәктәбе бинаһына Герой ҡаһарманлығына, яҡты рухына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]