Баязит Бикбай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Б. Бикбай битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Баязит Бикбай
220px
Исеме:

Баязит Ғаяз улы Бикбаев

Тыуған көнө:

9 ғинуар 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Ҡалта ауылы (хәҙерге Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Яңы Ҡалта ауылы)

Вафат булған көнө:

2 сентябрь 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (59 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡорт АССР-ы
Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Премиялары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Наградалары:
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Баязит Бикбай (9 ғинуар 1909 йыл — 2 сентябрь 1968 йыл) — башҡорт шағиры, прозаик, драматург. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1970). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1939) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баязит Бикбай (тулы исеме — Баязит Ғаяз улы Бикбаев) 1909 йылдың 9 ғинуарында Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Ҡалта ауылында тыуған. 1929 йылда Ырымбур педагогия техникумын тамамлай.

Унан һуң Туймазы районының «Ленин юлы» гәзитендә яуаплы секретарь булып эшләй. Артабан ул Өфөлә: «Башҡортостан» гәзитендә бүлек мөдире. «Октябрь» журналында яуаплы сәркәтиб, китап нәшриәтендә, Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Яҙыусылар союзында вазифалы эштәр башҡара.

Баязит Бикбай — шағир, драматург, прозаик һәм публицист. 1932 йылда беренсе шиғырҙар йыйынтығы сыға. Унан һуң бер бер артлы «Урман артында», «Яҡты ер» тигән китаптары донъя күрә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, сәләмәтлеге насар булыу сәбәпле, фронтҡа алынмай. 1941 — 1942 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзына етәкселек итә. Бер үк ваҡытта ул һуғыш йылдары ауазы булып яңғыраған шиғырҙарын яҙа.

1937 йылдан Баязит Бикбай драматургия өлкәһендә бик уңышлы эшләй. Беренсе драма әҫәре — «Ҡарлуғас» 1939 йылда яҙылып бөтә. Унан һуң «Ватан саҡыра», «Бер ғаилә балалары» бер шаршаулы пьесаларын яҙа. Музыка театрҙары өсөн яҙылған либреттолары уның ижадында күренекле урын биләй. «Салауат Юлаев» исемле беренсе башҡорт милли операһының либретто авторы. Уның 40-тан ашыу китабы баҫылған. Толстой, Тургенев, Горький әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итә.

Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн ул Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» ордендары менән бүләкләнгән. 1970 йылда (үлгәндән һуң) Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.

Баязит Бикбай 1968 йылдың 2 сентябрендә вафат була, Өфөнөң мосолмандар зыяратында ерләнгән.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Үтеп барған көндәр: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1932. — 40 бит.
  • Аҡселән ташҡанда: Роман. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1958. — 320 бит.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелгән 3 ғинуар 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелгән 3 ғинуар 2019)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелгән 3 ғинуар 2019)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)  (Тикшерелгән 3 ғинуар 2019)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бикбай (Бикбаев) Баязит Ғаяз улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.