Эстәлеккә күсергә

Нивки (Гомель өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нивки
Латинизация белорусского языка (система 2007 года) Niŭki
Дәүләт  Беларусь
Административ үҙәге Niŭkinski Sieĺsaviet[d]
Административ-территориаль берәмек Тереховский сельсовет[d]
Халыҡ һаны 338 кеше (2004),
390 кеше (1999)
Почта индексы 247074
Урындағы телефон коды 2333
Карта

Нивки(бел. Нiўкi) — Белоруссиялағы Гомель өлкәһе Добруш районы Терехов ҡасаба Советы составындағы ауыл.

Добруш район үҙәгенән көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай — 40 километр, Гомель — Николаевка линияһындағы Тереховка тимер юлы станцияһынан — 7 километр, Гомель ҡалаһынан 46 километр алыҫлыҡта ята. Украина сигенә тиклем — 1, 5 километр.

Яҙма сығанаҡтары буйынса, ауыл XVIII быуаттан алып Бөйөк Литва кенәзлеге Минск воеводлығы Речица поветы слободаһы булараҡ билдәле. 1764 йылда генерал Маслов етәкселегендәге хәрби формированиелар бөтә староверҙарҙы (иҫке дин кешеләре) Себергә һөрәләр. Речь Посполитаяның 1-се бүленешенән һуң (1772 йыл) — Рәсәй империяһы составында. 1776 йылда — фельдмаршал граф П. А. Румянцев-Задунайский, 1834 йылдан — фельдмаршал граф И. Ф. Паскевич биләмәһендә була. 1885 йылда ел тирмәне эшләй. 1893 йылдан алып Александр Невский сиркәүе ғәмәлдә була. 1897 йылда икмәк һаҡлау магазины, белем биреү мәктәбе, корчма иҫәптә тора. 1909 йылдан — Гомель өйәҙе Краснобудск улусында. 1926 йылда ауылда мәктәп, почта бүлексәһе була.

1926 йылдың 8 декабренән 1927 йылдың 30 декабренә тиклем — Гомель округы Терехов районы Нивки ауыл Советы үҙәге.

1929 йылда «Ҡыҙыл баҫыу» (Красная нива) колхозы ойошторола. Ауылда 2 ел тирмәне, тимерлек була.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда оккупанттар 1943 йылдың сентябрендә ауылды өлөшләтә яндыралар. Ауыл өсөн ҡаты алыштарҙа 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы яугирҙары ҡатнаша. Нивки ауылы тирәһендә барған алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн әлеге дивизия яугирҙары Ҡужаҡов М. Ғ., Гречушкин Д. Ф. (үлгәндән һуң), Калинич Н. Д., Давлетжанов Б., Безуглов Г. В., Байрамов М. (үлгәндән һуң), Бояркин В. И., Арсенюк А. Н., Антошин Я. Ф., Азалов Ҡ., Кенжебаев Т. Т., Двадненко И. К. (үлгәндән һуң) һәм башҡалар 1944 йылдың 15 ғинуарында Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булдылар[1]. Уларҙың исемдәре алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған. Барыһы ошо ауыл өсөн барған алыштарҙа алты яугир батырҙарса һәләк була.

Хәҙерге ваҡытта — «Ҡыҙыл баҫыу» ярҙамсы хужалығы үҙәге. Ауылда урынлашҡан: кирбес сиркәүе (1990 йылдан алып), көнкүреш хеҙмәтләндереү комбинаты, лесопилка, 9-йыллыҡ мәктәп, клуб, китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты, элемтә бүлексәһе, 2 магазин.

2011 йылдың сентябрь айында сиркәүҙә янғын сыға[2].

  • 2004 йыл — 175 йортта 338 кеше йәшәй.
  • Белоруссия ҡалалары
  1. Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. Уфа, 1999
  2. Пожар в церкви 2011 йыл 3 октябрь архивланған.
  • Вескі Беларусі гарада і: Энцыклапедыя. Т. 1, кн.1. Вобласць гомель/с в Марцэлеў; Рэдкалегий: Пашкоў Г. П. (рэдактар галоўны) інш і. — Мн.: БелЭн, 2004. 632с.: іл. Тыраж 4000 экз. 985-11-0303-9 ISBN ISBN 985-11-0302-0