Калинич Николай Денисович
Калинич Николай Денисович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Патронимы йәки матронимы | Q124811735? |
Тыуған көнө | 25 август 1909 |
Тыуған урыны | Сахновщинск районы[d], Украина |
Вафат булған көнө | 10 июль 1996 (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Дондағы-Ростов, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Төньяҡ зыярат (Дондағы Ростов) |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | өлкән сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Николай Денисович Калинич (25 август 1909 йыл—10 июль 1996 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы взводы командиры ярҙамсыһы. Гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Калинич 1909 йылдың 25 авгусында Украиналағы Харьков өлкәһе Сахновщинск районы Новобогдановка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса урыҫ.
Дондағы-Ростовта йәшәй, столяр булып эшләй. Тулы булмаған урта белемле.
Ҡыҙыл Армия сафтарында — 1941 йылдан. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында −1941 йылдың авгусынан. Взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты Николай Калинич 1943 йылдың 18 сентябренән Березна һәм Бегач ауылдарына (Украина, Чернигов өлкәһе) һөжүм иткән саҡта көслө дошман уты аҫтында үҙенең взводы менән беренсе булып ауылға бәреп инә һәм башҡа подразделениеларға ошо ике ауылы биләп алыуға булышлыҡ итә. 27 сентябрҙә Калинич Н. Д. взводтың икенсе отделениеһы менән тәүгеләрҙән булып Днепрҙың уңы ярына сыға (Белоруссия, Гомель өлкәһе, Брагин районы, Нивки ауылы тирәһендә). Яуланған рубежда нығынып, һалдаттары менән бергә 60-сы кавалерия полкы подразделениеларына йылға аша сығыуҙы тәьмин итә.
Һуғыштан һуң Н. Д. Калинич демобилизациялана. 1945 йылдан — ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәй. Пенсияға тиклем электр-техник техникумында завхоз булып эшләй.
1996 йылдың 10 июлендә вафат була, Дондағы Ростовта ерләнә.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән сержанты Калинич Николай Денисович Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла (3012-се һанлы)[1].
- Шулай уҡ, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Н. Д. Калиничтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Советского Союза Ростовской области.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Калинич Николай Денисович . «Герои страны» сайты.
- Калинич Николай Денисович.
- Герои Советского Союза, проживавшие на Дону после Великой Отечественной войны 2014 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
- 25 августа тыуғандар
- 1909 йылда тыуғандар
- Украинала тыуғандар
- 10 июлдә вафат булғандар
- 1996 йылда вафат булғандар
- Дондағы Ростовта вафат булғандар
- Рәсәйҙә ерләнгәндәр
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- КПСС ағзалары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Советтар Союзы Геройҙары:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы