Гречушкин Дмитрий Фёдорович
Гречушкин Дмитрий Фёдорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 10 апрель 1921 |
Тыуған урыны | Толкаевка[d], Сорочинск районы[d], Ырымбур өлкәһе, РСФСР |
Вафат булған көнө | 30 сентябрь 1943 (22 йәш) |
Вафат булған урыны | Брагин районы[d], Полесье өлкәһе[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Брагин районы[d] |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Гречушкин Дмитрий Фёдорович Викимилектә |
Дмитрий Федорович Гречушкин (10 апрель 1921 йыл — 30 сентябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы 4-се эскадронының танкыларға ҡаршы мылтыҡтар взводы командиры. Гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дмитрий Гречушкин 1921 йылдың 10 апрелендә Толкаевка ауылында (хәҙер — Ырымбур өлкәһе Сорочинск районы) крәҫтиән ҡаиләһендә тыуған. Ташкентта Элемтә техникумын тамамлай. 1940 йылда Гречушкин Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1942 йылда ул Тамбов кавалерия училищеһын тамамлай. 1943 йылдың апреленән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һуғыша. Гвардия лейтенанты Дмитрий Гречушкин командиры дәрәжәһендә взвод танкыға ҡаршы мылтыҡ 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы 4-се эскадроны составындағы танкыларға ҡаршы мылтыҡтар взводына (Үҙәк фронт, 61-се армия, 7-се гвардия кавалерия корпусы) етәкселек итә. Днепр өсөн алыштарҙа айырыусса ҡаһарманлыҡ күрһәтә[1].
1943 йылдың 27 сентябрендә Гречушкин Нивки ауылы тирәһендә (Белоруссия, Гомель өлкәһе, Брагин районы) Днепр аша сыға. Уның взводы шунда уҡ дошман танк взводы һөжүменә дусар була һәм, ошо һөжүмде кире ҡаҡҡан саҡта, бер нисә танкыны юҡҡа сығара һәм башҡа подразделениеларға юл аша сығырға булышылыҡ итә. 1943 йылдың 30 сентябрендә Галки ауылы өсөн алыш барышында Гречушкин шәхсән үҙе 5 немец танкын ҡыйрата, әммә үҙе лә ошо алышта һәләк була. Комарин ҡасабаһында ерләнә[1].
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия лейтенанты Гречушкин Дмитрий Фёдорович «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була, уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы
- Ленин ордены
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены[1].
- Миҙалдар
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Д. Ф. Гречушкин хөрмәтенә Ташкенттағы Элемтә техникумы һәм Комаринда урам исемләнгән[1].
- Д. Ф. Гречушкиндың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Гречушкин Дмитрий Фёдорович . «Герои страны» сайты.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. Уфа, 1999.
- Березняк Н. Г. Герои Советского Союза — узбекистанцы. Ташкент, 1984.
- Навечно в сердце народном. 3-е изд., доп. и испр. Минск, 1984.
- Слава башкирских конников. Уфа: Китап, 2005.
- 10 апрелдә тыуғандар
- 1921 йылда тыуғандар
- Сорочинск районында тыуғандар
- 30 сентябрҙә вафат булғандар
- 1943 йылда вафат булғандар
- Брагин районында вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар
- Днепр өсөн алышта ҡатнашыусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Советтар Союзы Геройҙары:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы