Байрамов Мүлке
Байрамов Мүлке | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 12 ноябрь 1909 |
Тыуған урыны | Марый виләйәте[d], Төркмәнстан |
Вафат булған көнө | 11 июнь 1965 (55 йәш) |
Вафат булған урыны | Мары, Төркмән Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Мүлке Байрамов (12 ноябрь 1909 йыл — 11 июнь 1965 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы 2-се эскадрон командиры. Советтар Союзы Геройы (15.01.1944), гвардия өлкән лейтенанты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мүлке Байрамов Төркмәнстанда Марый өлкәһе Мөлөк ауылында 1909 йылдың 30 октябрендә (12 ноябрь) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса төркмән. 1942 йылдан — ВКП(б) ағзаһы. Тулы булмаған урта мәктәпте — 1930 йылда һәм 1931 йылда уҡытыусылар курсын тамамлаған.
1932—1938 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә. 1935 йылда Ташкент кавалерия училищеһын тамамлай. 1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
60-сы гвардия кавалерия полкы 2-се эскадрон командиры (Үҙәк фронты, 61-се армия, 7-се гвардия кавалерия корпусы, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы) гвардия өлкән лейтенанты Мүлке Байрамов 1943 йылдың 19 сентябренән алып 2 октябргә тиклем уның кавалерия эскадроны Украинаның Чернигов өлкәһендәге Березна, Лопатино, «1 Май» совхозы өсөн алыштарҙа ҡаһарманлыҡ өлгөләре күрһәтә. Яугир-гвардеецтар күп тапҡыр дошман танкылары һөжүмдәрен кире ҡағалар, ҡул һуғышында 340 гитлер һалдатын һәм офицерын юҡ итәләр.
1943 йылдың 27 сентябрендә Белоруссиялағы Гомель өлкәһе Нивки ауылы янында Днепр йылғаһы аша сыҡҡан саҡта гвардия өлкән лейтенанты Байрамов йылға аша сығыуҙы бик оҫта ойоштора. Уның етәкселеге аҫтында эскадрон беренселәрҙән булып Днепрҙың уң ярына сыға, шундуҡ һуғышҡа инә, 70 кешенән торған дошман төркөмөн ҡыйрата һәм 60-сы гвардия кавалерия полкының башҡа эскадрондарына йылға аша сығыуҙы тәьмин итә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән лейтенанты Байрамов Мүлке «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (3007-се) тапшырыла (2782-се)[1].
1945 йылдан алып Байрамов М. Б. — запаста. Мары ҡалаһында йәшәй, хужалыҡ вазифаларын биләй. 1965 йылдың 11 июнендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (2782-се)
- Ленин ордены
- III дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- Миҙалдар.
- Үлгәндән һуң Төркмәнстандан юғары наградаһына «Төркмәнстан Геройы» исеменә лайыҡ була.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- М. Б. Байрамовтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байрамов Мүлке . «Герои страны» сайты. (Тикшерелеү көнө: 26 октябрь 2011)
- 12 ноябрҙә тыуғандар
- 1909 йылда тыуғандар
- 11 июндә вафат булғандар
- 1965 йылда вафат булғандар
- Төркмәнстанда вафат булғандар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- III дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Советтар Союзы Геройҙары:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы