Антошин Яков Фёдорович
Антошин Яков Фёдорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1 май 1913 |
Тыуған урыны | Большеболдин районы[d], Түбәнге Новгород өлкәһе |
Вафат булған көнө | 2 декабрь 1993 (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Түбәнге Новгород өлкәһе, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Түбәнге Новгород өлкәһе |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Яков Федорович Антошин (1 май 1913 йыл — 2 декабрь 1993 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов кавалерия) дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкы пулемётсыһы, гвардия ҡыҙылармеецы, Советтар Союзы Геройы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1913 йылдың 18 апрелендә (яңы стиль буйынса 1 май) Түбәнге Новгород өлкәһе Большеболдин районы Кистенево ауылында кәрҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса Урыҫ. Белеме — башланғыс. 1936 йылдан башлап Горький фрезерҙар станоктары заводында эшләй.
Ҡыҙыл Армияла — 1942 йылдың майынан. 1942 йылдың октябренән — ғәмәлдәге армияла.
Үҙәк фронты 61-се армия 7-се гвардия кавалерия полкы 16-сы гвардия Чернигов дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы пулемётсыһы ҡыҙылармеец Яков Антошин 1943 йылдың сентябрендә Днепр йылғаһын аша сыҡҡан саҡта Комарин тирәһендә (хәҙерге ваҡытта Белоруссияның Гомель өлкәһе Брагин районы ҡала тибындағы ҡасаба) кәмәнең ал яғына ҡул пулемётын ҡуйып ала һәм тәүгеләрҙән булып дошмандың көслө миномет һәм пулемёт уты аҫтында йылғаның ҡаршы яҡ ярына сыға һәм дошман пехотаһын ярҙан утҡа тота. Әлеге алышта ҡыйыу гвардеец яралана, әммә сафта ҡала. Медсанбаттан һуң ул яңынан үҙенең часына ҡайта.
Алыштарҙың береһендә ҡыҙылармеец Антошин гвардеецтарҙың бер төркөмө менән, пулемёт утын яуҙыра-яуҙыра, Нивки ауылының бер яҡ осона бәреп инә (Белоруссия, Гомель өлкәһе). Әммә дошман да бирешмәй, ҡабат-ҡабат һөжүмгә күтәрелә, ауылды кире ҡайтарырға маташа. Яков Антошин ҡамауҙа ҡала. Бер йорттоң салағына менеп, ҡурҡыу белмәгән кавалерист фашистарҙы өҫтән пулемёт утында тота. Хатта өйҙө яндырып ебәргәндән һуң да ул дошманға төҙәп атыуын дауам итә. Һәләк булыуҙан уны хәрби дуҫтары ҡотҡара. Янған, әммә тере ҡыҙылгвареец Антошин медсанбатҡа оҙатыла, ә һауыҡҡандан һуң ҡабаттан алыштарҙа ҡатнаша.
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне өсөн гвардия ҡыҙылармеецы Яков Федорович Антошинға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (5920-се һанлы) [1].
Һуғыштан һуң батыр пулемётсы демобилизациялана. Тыуған яҡтарына ҡайта, колхозда эшләй. Артабан Горький ҡалаһында йәшәй (1990 йылдан — Түбәнге Новгород). 1993 йылдың 2 декабрендә вафат була. Тыуған ауылында ерләнгән.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (5920-се һанлы)
- Ленин ордены
- I дәрәжә Ватан Һуғышы ордены
- Миҙалдар.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Я. Ф. Антошкиндың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антошин Яков Фёдорович . «Герои страны» сайты. (Тикшерелеү көнө: 26 август 2011)
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
- 1 майҙа тыуғандар
- 1913 йылда тыуғандар
- Түбәнге Новгород өлкәһендә тыуғандар
- 2 декабрҙә вафат булғандар
- 1993 йылда вафат булғандар
- Рәсәйҙә вафат булғандар
- Рәсәйҙә ерләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Советтар Союзы Геройҙары:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы