Эстәлеккә күсергә

Азалов Ҡлычнияз

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Азалов Ҡлычнияз
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 10 март 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Марый виләйәте[d], Төркмәнстан
Вафат булған көнө 27 декабрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (22 йәш)
Вафат булған урыны Василевичи[d], Доброгощанский сельсовет[d], Стрешинский район[d], Гомель өлкәһе, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Светлогорск[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы Төркмәнстан Геройы «Алтын Йондоҙ» миҙалы
Светлогорскиҙағы Азалов ерләнгән Туғандар ҡәберлеге

Ҡлычнияз Азалов (10 март 1921 йыл — 27 декабрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкы ҡылыссыһы, Советтар Союзы Геройы (1944), гвардия ҡыҙылармеецы.

1921 йылдың 10 мартында Төркмәнстандың хәҙерге Марый районы Меджаур Баба Һары ауылында тыуған. Милләте буйынса төркмән. Колхозда эшләгән.

Ҡыҙыл Армияла — 1941 йылдан. 1943 йылдың майынан фронтта.

1943 йылдың 27 сентябрендә 58-се гвардия кавалерия полкы ҡылыссыһы комсомолец гвардия ҡыҙылармеецы Ҡлычнияз Азалов дошман уты аҫтында Нивки ауылы янында (Белоруссия, Гомель өлкәһе, Брагин районы) Днепр йылғаһы аша уң ярға сыға, плацдармды тотоп ҡалыу буйынса алыштарҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтә: өс тапҡыр яралана, әммә сафта ҡала. 1943 йылдың 27 декабрендә һуғышта алған яраларҙан вафат була. Белоруссиялағы Гомель өлкәһе Светлогорск ҡалаһында ерләнә.

СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы Указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия ҡыҙылармеецы Азалов Ҡлычнияз Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була[1].

Азалов Ҡлычнияз. «Герои страны» сайты.

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.