Кинйәкәев Сабир Мөьмин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сабир Кинйәкәй битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сабир Кинйәкәй
ФОТОСА~1.JPG
Исеме:

Кинйәкәев Сабир Мөьмин улы

Тыуған көнө:

1919({{padleft:1919|4|0}})

Тыуған урыны:

Көйөргәҙе районы Түбәнге Мотал ауылы

Вафат булған көнө:

18 декабрь 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Вафат булған урыны:

Венгрия

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы →
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, шағир

Сабир Мөьмин улы Кинйәкәев— Көйөргәҙе районы гәзите мөхәррире, шағир, поэмалар авторы.

1919 йылдың декабрендә Көйөргәҙе районы Түбәнге Мотал ауылында тыуған, 1944 йылдың 18 декабрендә Венгрияла һәләк булған.

Бала саҡтан бик зирәк булған. Ете йәшендә шиғырҙар сығара башлаған. Ауылдарында башланғыс белем алғас, күрше Яҡуп ауылында уҡыуын дауам итә. 1936—38 йылдарҙа Өфөлә медицина рабфагында, педагогия институтында уҡый. Ғаилә бик мохтажлыҡ менән йәшәгәнгә күрә, ул уҡыуын ҡалдырып, Ермолаево ҡасабаһына, Көйөргәҙе районы үҙәгенә, район гәзитенең мөхәррир урынбаҫары булып эшкә урынлаша. Шул йылдарҙа ижад менән дә шөғөлләнә, яңынан-яңы шиғырҙар, поэмалар ижад итә.

Бөйөк Ватан һуғышы сығыу менән, үҙе теләп һуғышҡа китә. Политрук булып 1944 йылдың 18 декабренәсә батырҙарса һуғыша. Тик фашист пуляһынан үлемесле яралана. Венгрияның Капошвар ҡалаһынан 22 км алыҫлыҡта ятҡан Чикота утары янында үлә һәм ерләнә.[1]

Һуңғы шиғырҙарының береһе

Берәй килер инең үҙең дә

Баҡсалағы гөлдәр тирбәлешеп,

Ҡаршы алған кеүек таң нурын,

Һәр хатыңды оло һағыныу менән

Көтөп ҡаршы алам аҡыллым. Беҙҙең данлы, ауыр фронт юлы

Балҡан түбәләрен ауыша…

Һинең хатың йә ял, йә походта,

Йә һуғышта килеп ҡушыла.

Хаттарыңда ҡараштарыңды ла,

Йылмайыуыңды ла һалаһың…

Үҙең унда, Бик алыҫта,

Күңелем күген биләп ҡалаһың.

Ҡарлуғастың ҡыйғас ҡанатындай,

Кескәй конвертыңдың эсендә

Гөлдәр кеүек аңҡып, айҙай балҡып,

Берәр килер инең үҙең дә.

1944 йыл

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Йыр сафта ҡала.(Альманах). — Өфө, 1960.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында