Дәүләтбаева Рәйсә Ғөбәйҙулла ҡыҙы
Дәүләтбаева Рәйсә Ғөбәйҙулла ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 22 ноябрь 1939 (85 йәш) |
Тыуған урыны | Яҡшембәт, Көйөргәҙе районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим, лингвист |
Уҡыу йорто | Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты |
Дәүләтбаева Рәйсә Ғөбәйҙулла ҡыҙы (22 ноябрь 1939 йыл) — ғалим-филолог, университет уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (2011). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1984)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәйсә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Дәүләтбаева 1939 йылдың 22 ноябрендә Башҡорт АССР‑ының Көйөргәҙе районы Яҡшембәт ауылында тыуған.
1965 йылдан алып Күмертау ҡалаһындағы унынсы урта мәктәптә, 1965 йылдан Баймаҡ районы мәктәптәрҙә һәм Сибай ҡалаһының 9-сы урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1975 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1992 йылдан башлап Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының Сибай ҡалаһындағы уҡытыу-консультация үҙәгенең мөдире була. 2000 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Сибай ҡалаһындағы институтында уҡытыусы, 2002 йылдан башлап, ошо уҡ уҡыу йортонда башланғыс белем биреү педагогикаһы каыедраһы мөдире вазифаһын башҡара. 2005 йылдан алып Өфө ҡалаһына күсә, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен өйрәнеү буйынса лингвометодик үҙәк директоры була. Бер үк ваҡытта 2010—2012 йылдарҙа башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы мөдире вазифаһын да башҡара.
Ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни тикшеренеүҙәре башҡорт мәктәбендә урыҫ телен уҡытыу методикаһы мәсьәләләренә арналған. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән башланғыс кластар өсөн урыҫ теле буйынса дәреслектәр, уҡытыусылар өсөн уҡыу әсбаптары авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1984).
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Психолого-педагогические и лингвистические основы обучения русской грамоте учащихся начальных классов башкирской школы. Сибай, 2001;
- Формирование современной билингвальной языковой личности в процессе обучения русскому языку в башкирских дошкольных и школьных учреждениях. Уфа, 2008
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Дәүләтбаева Рәйсә Ғөбәйҙулла ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дәүләтбаева Рәйсә Ғөбәйҙулла ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2022)