Баязитов Сынтимер Биктимер улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баязитов Сынтимер Биктимер улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 13 июнь 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (58 йәш)
Тыуған урыны Көйөргәҙе районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре

Баязитов Сынтимер Биктимер улы (рус. Баязитов Сынтимир Биктимирович; 13 июнь 1965 йыл) — дәүләт һәм мәғариф эшмәкәре, ғалим-педагог. 2019 йылдан Өфө күп профилле һөнәри колледж директоры; 2006—2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры, 2008—2018 йылдарҙа Өфө ҡала хаҡимиәте башлығы урынбаҫары. Педагогия фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2005) һәм мәғариф отличнигы (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сынтимер Биктимер улы Баязитов 1965 йылдың 13 июнендә Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында тыуған.

1989 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай.

1994 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының аспирантураһын тамамлай.

1989—1991 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының стажер-тикшеренеүсеһе.

1991—1994 йылдарҙа — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының аспиранты.

1994—1997 йылдарҙа — Өфө ҡалаһының 136-сы лицейында уҡытыу-тәрбиәүи эш буйынса директор урынбаҫары.

1997—1998 йылдар — Өфө ҡалаһының 140-сы гимназияһы директоры.

1998—2005 йылдарҙа — Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы.

2005 йылдың июнь айынан декабргә тиклем — Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары.

2006 йылда — Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары.

2006 йылдың ноябрьенән 2007 йылдың ғинуарына тиклем — Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры.

2007 йылдың февраленән — Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Совет районы хакимиәтендә территориялар һәм кадрҙар менән эшләү буйынса идаралыҡ начальнигы.

2007 йылдың апреленән — Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округы Дим районы хакимиәте башлығының йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм халыҡ менән эшләү буйынса урынбаҫары.

2008 йылдың авгусынан 2018 йылдың декабренә тиклем — Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы урынбаҫары.

2019 йылдың июненән — Өфө күп профилле һөнәри колледж директоры[1].

Сынтимер Биктимер улы Баязитов өсөнсө разрядлы ғәмәлдәге муниципаль советнигы[2][3]..

Өйләнгән. Ҡатыны — Баязитова (Килсенбаева) Альбина Наил ҡыҙы — дәүләт хеҙмәткәре.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан республикаһы мәғариф отличнигы (2000)
  • РФ мәғарифының почетлы хеҙмәткәре (2002)
  • «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2002)
  • «Наркотиктар таралыуына ҡаршы тороуҙа күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (2005)
  • Башҡортостан республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2005)[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]