Эстәлеккә күсергә

Бикҡолов Хөрмәт Талха улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хөрмәт Талха улы Бикҡолов
Тыуған көнө:

22 март 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Көйөргәҙе районы, Ҡалта ауылы

Вафат булған көнө:

4 август 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (70 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Йүнәлеше:

яҙыусы, тәржемәсе

Жанр:

проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Бикҡолов Хөрмәт Талха улы (22 март 1927 йыл — 4 август 1997 йыл) — яҙыусы, тәржемәсе, нәшерсе. 1980 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987).

Хөрмәт Талха улы Бикҡолов 1927 йылдың 22 мартында Башҡорт АССР-ы Көйөргәҙе районы Ҡалта (хәҙер Яңы Ҡалта) ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.

1944 йылда Мораптал урта мәктәбен тамамлай.

1944—1954 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1954 йылда, хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Өфөлә «Ленинсы» гәзитендә тәржемәсе булып эш башлай, Башҡорт дәүләт педагогия институтының сит телдәр факультетына уҡырға инә.

Юғары уҡыу йортон тамамлағас, 1959—1966 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтендә — мөхәррир, шунан һуң бер йыл Башҡорт драма театрында — әҙәбиәт бүлеге мөдире.

1970 йылдан яңынан китап нәшриәтендә — мөхәррир.

1997 йылда Өфөлә вафат була.

Хөрмәт Бикҡолов мәктәптә уҡығанда уҡ шиғырҙар яҙа башлай, тәүге шиғырҙары 1941 йылда ваҡытлы матбуғатта баҫыла. Шулай ҙа ул башҡорт әҙәбиәтендә яҙыусы-тәржемәсе булараҡ танылды. рус һәм инглиз телдәренән башҡортсаға бик күп әҫәрҙәр тәржемә итеп баҫтырҙы.

Х. Т. Бикҡолов иң тәүҙә Роберт Бернстың шиғырҙарын һәм поэмаларын инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итте һәм тәүге китабынан уҡ үҙен һәйбәт тәржемәсе итеп танытты.

Софоколдың «Антигона»һы, В. Шекспирҙың "Ике мөхәббәт"е, Ф. Гарсиа-Лорканың «Ҡанлы туй», Л. Толстойҙың «Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә»һе, М. Горькийҙың "Һуңғылар"ы, И. Соболевтың «Үлем хөкөмө», Э. Золяның «Мираҫ көткәндә»һе". Х. Бикҡолов йәнә К. Чуковский, С. Маршак, Т. Шевченко, А. Прокофьев, М. Турсон-задә, В. Жуковский, П. Неруда, А. Барто шиғырҙарын да башҡортса яңғыратты. Ололар өсөн С. Смирновтың «Йөрәк һәм көндәлек», балалар өсөн А. Толстойҙың "Алтын асҡыс йәки Буратино мажаралары"н башҡортса сығарҙы.

Шулай уҡ Хөрмәт Бикҡолов «Йырҙар» китабының ете баҫмаһын әҙерләне.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • РСФСР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы.
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.