Аллаяров Зиннәт Абдулла улы
Аллаяров Зиннәт Абдулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 14 июль 1957 (67 йәш) |
Тыуған урыны |
Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Ҡолсора, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | педагогия фәндәре кандидаты[d] һәм профессор[d] |
Аллаяров Зиннәт Абдулла улы (14 июль 1957 йыл) — педагогия фәндәре кандидаты, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһы профессоры, Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры (2007—2011), "М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты"ның өҙлөкһөҙ педагогик белем биреү Департаменты, шулай уҡ һәләтле балаларҙы үҫтереү үҙәге директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аллаяров Зиннәт Абдулла улы 1957 йылдың 14 июлендә Башҡорт АССР-ының, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ҡолсора ауылында тыуған. 1979 йылда Башҡорт дәүләт университетының математика факультетын тамамлай. Шул йылда Әлшәй районының Мәндән урта мәктәбендә физика уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай[2].
1980—1987 йылдарҙа Ҡолсора урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы, тәрбиәүи эш буйынса директор урынбаҫары, 2-се һанлы Һаҡмар һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең, аҙаҡ Темәс урта мәктәбенең директоры булып эшләй. 1987 йылдан алып 1998 йылға тиклем Аллаяров Зиннәт Абдулла улы уҡытыусы, мәктәп директоры, ҡала методик хеҙмәте етәксеһе, район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, колледж директоры булып эшләй[2][1].
1998—2002 йылдарҙа Өфө ҡалаһы халыҡ мәғарифы идаралығының өлкән инспекторы, начальник урынбаҫары, 2002—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса халыҡ мәшғүллеге Федераль дәүләт хеҙмәте Департаментының Уҡыу үҙәге директоры, 2003—2007 йылдарҙа Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы директоры. 2007 йылда Зиннәт Абдулла улы Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры итеп тәғәйенләнә[2].
Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһында эшләгән йылдарында Зиннәт Абдулла улының фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһен мәғарифтың заманса төбәк моделен төҙөү, белем биреү мөхитендә милләт-ара татыулыҡ тәрбиәләүҙең этномәҙәни нигеҙҙәре һәм төбәк мәғариф системаһының педагогик кадрҙарға перспектив мохтажлығын прогнозлау проблемалары тәшкил итә. Тикшеренеүҙәр сиктәрендә төбәктең педагогик кадрҙарға перспектив мохтажлығын иҫәпләүҙең авторлыҡ методикаһы эшләнә һәм ҡулланыла. Был өлкәлә эш торошон анализлауға һәм проблемаларҙы хәл итеүгә 25 аналитик мәҡәлә һәм фәнни баҫма бағышланған[1].
Һуңғы йылдарҙа Аллаяров З. А. балаларҙың һәләтен үҫтереү темаһы өҫтөндә эшләй. Тәжрибәне өйрәнеү һәм анализлау һөҙөмтәһе буйынса ғалим тарафынан белем биреү ойошмаһының балалар һәләтен үҫтереү өлкәһендә эш моделе төҙөлгән. Уның етәкселеге аҫтында был моделде мәктәптәрҙең эш практикаһына индереү фәнни, программа-методик нигеҙҙә алып барыла. Һәләтле балаларҙы асыҡлау буйынса олимпиадалар, конкурстар үткәрелә, улар дистанцион рәүештә һәм университетҡа саҡырып уҡытыла[1].
Зиннәт Абдулла улының кандидатлыҡ диссертацияһының темаһы уҡытыусыларҙың һөнәри кимәлен муниципалитеттағы мөмкинселектәрҙе ҡулланып үҫтереүгә бағышланған. Бер нисә китабы, методик ҡулланмалары ошо йүнәлешкә арналған. «Урал» хәйриә фонды ярҙамында «Инеш» нәшриәте менән берлектә 24 китап 240 мең данала республикаға бушлай таратыла. Шулай уҡ тел фәне ғалимдарынан эш төркөмө булдырып, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе 5 — 9 класс уҡыусылары өсөн яңы дәреслектәр төҙөү өҫтөндә эшләй. Ул ундан ашыу китап, илленән ашыу фәнни-методик ҡулланма авторы[3].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зиннәт Аллаяровтың тормош иптәше Зөлфиә Рәсим ҡыҙы ла педагог. Бергәләп Алһыу һәм Гөлфиә исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]— «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре»,
— «Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы».
— «Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәге лауреаты» миҙалы,
— «Рәсәй профсоюздарына 100 йыл» миҙалы,
— «Йыл директоры 2006» билдәһе[1]. .
Фәнни хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аллаяров З. А. Творческая деятельность учителя в инновационной школе. Путь к успеху [Текст] / Аллаяров З. А., Кудашев Р. А., Рассоха М. Г. — Уфа: Изд-е БашГУ, 1998. −96с.
- Аллаяров З. А. Система научно-методической работы в образовательных учреждениях [Текст]: Из опыта работы образовательных учреждений г. Уфы / Аллаяров З. А., Баязитов С. Б., Мурзакаева Л. С. — Уфа: НИМЦ при ГУНО, 2000. −92с.
- Аллаяров З. А. Педагогическое образование Башкортостана: проблемы, опыт и перспективы развития [Текст] / Аллаяров З. А., Асадуллин Р. М. — Уфа: Изд-во БГПУ, 2012. −96с.
- Аллаяров З. А. Личностно-профессиональное развитие учителя: теория и практика средового подхода [Текст] / — Уфа: Изд-во «Инеш», 2016. — 140с.
- Аллаяров З. А. Теория и практика работы образовательных организаций и органов управления образованием по комплексному сопровождению развития детской одаренности: методические рекомендации [Текст] / Аллаяров З. А., Фатыхова Р. М. — Уфа: Мир печати, 2016. — 50с[1].