Эстәлеккә күсергә

Мөхәмәтдинов Борис Ғилмрази улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөхәмәтдинов Борис Ғилмрази улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 июль 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Ҡыҙғау ауылы, Яңы Ҡабан ауыл Советы, Краснокама районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Мөхәмәтдинов Борис Ғилмрази улы (14 июль 1948 йыл) — юл һалыусы. 1996—2014 йылдарҙа Нефтекамалағы «822-се төҙөлөш идаралығы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юл һалыусыһы (2001).

Борис Ғилмрази улы Мөхәмәтдинов 1948 йылдың 14 июлендә Башҡорт АССР-ының Краснокама районы Ҡыҙғау ауылында тыуған. 1962 йылда урындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлай һәм белем алыуын Яңы Ҡабан ауылындағы мәктәптә дауам итә, 11-се синыфты тик яҡшы билдәләренә генә бөтөрә. Уҡыу йылдарында математика буйынса район олимпиадаларында күп тапҡыр еңеүсе була.

Үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1966 йылда «Башнефть» производство берекмәһенең «Арланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында башлай, 1968 йылға тиклем идаралыҡтың контроль-иҫәпләүҙәр һәм автоматика бүлегендә тәьминәтсе булып эшләй.

1969—1981 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең Юл һалыу һәм төҙәтеү контораһында мастер, прораб, участка начальнигы, производство-техник бүлектең инженеры һәм өлкән инженеры вазифаларын башҡара.

1974 йылда ситтән тороп Ҡазан инженер-төҙөлөш институтының (хәҙер Ҡазан дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты) автомобиль юлдары факультетын тамамлай.

1981 йылда Нефтекама ҡала етәкселеге тәҡдиме менән юл һалыу эштәре менән шөғөлләнгән 822-се төҙөлөш идаралығының баш инженеры итеп тәғәйенләнә. 1996 йылдан 2014 йылға тиклем «822-се төҙөлөш идаралығы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры була[1]. Был осорҙа идаралыҡ Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә асфальт автомобиль юлдары төҙөү менән уңышлы шөғөлләнә, шул иҫәптән Нефтекама — ДүртөйлөКушнаренко, Нефтекама — Ағиҙел, Нефтекама — Яңауыл автомобиль юлдарын, Нефтекама аэропортын юғары сифат менән сафҡа индерә.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Краснокама район Советы депутаты (2003 — 2007)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юл һалыусыһы (2001).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1997).
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Маҡтау грамотаһы (2003).