Георгиева Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы
| Георгиева Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы | |
| Зат | ҡатын-ҡыҙ |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 14 июль 1976 (49 йәш) |
| Тыуған урыны | Салауат, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
| Һөнәр төрө | шашкасы |
| Спорт төрө | шашки[d] |
Георгиева Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы (14 июль 1976 йыл) — спортсы. Халыҡ-ара шашка уйындары буйынса 1998 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәй гроссмейстеры (1999). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2003).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы Георгиева (ҡыҙ фамилияһы Ишморатова) 1976 йылдың 14 июлендә Башҡорт АССР-ының Салауат ҡалаһында тыуған.
1998 йылдан башлап Рәсәй йыйылма командаһына инә.
1999 йылдан алып «Нефтсе» һәм «Башнефть»-Ишембай, «Башнефть»-Өфө профессиональ шашка клубтары өсөн сығыш яһай.
Халыҡ-ара шашка буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында төп программала Рәсәй чемпионы (2001, 2002, 2004)[1]. Рәсәй чемпионаттарының көмөш (1998) һәм бронза (1997) призеры. Европа (2002) һәм Рәсәй (2009) шашка конфедерацияһы Кубоктарын яулаусы
2003 йылда Гүзәл Георгиеваға «Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы» исеме бирелә.
Тренерҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шашка буйынса Ишембай спорт мәктәбе һәм тренер Юрий Чертоктың тәрбиәләнеүсеһе. 1996 йылдан уның менән шулай уҡ ире Александр Георгиев күнекмәләр үткәрә.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ире Александр Георгиев. Ике балаһы бар: Светлана һәм Сергей. Ғаилә Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Шашки. Газета «Советский спорт» 2016 йыл 4 март архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Георгиева Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)