Мультипликация

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

6 кадрҙан торған һикергән туп анимацияһы

Секундына 10 кадр.

Мультиплика́ция (лат. multiplicatio — ҡабатлау, арттырыу, үҫеү, үрсеү) — бер-бер артлы хәрәкәтһеҙ һүрәт (кадр) ярҙамында ниндәйҙер тиҙлек менән бер-береһен алмаштырған, техник алымдар менән хәрәкәтләнеүсе һүрәттәр иллюзияһы. Анима́ция (фр. animation: күңеллелек, йәнләнеү) — көнбайышта мультипликацияның атамаһы: кино сәнғәте төрө, уны күрһәтеү (анимациялы фильм, йәнһүрәт), шулай уҡ технологиялар ғаиләһе.

Сәнғәттә мультипликация тип сәнғәт төрөн атайҙар, ул мультипликация технологияларын ижадтың төп элементы итеп ҡуллана.

Тәүге аҙымдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1877 йылдың 30 авгусы — төшөрөлгән мультипликацияһының тыуған көнө, Эмиль Рено патент ала.
  • 1892 йылының 28 октябре — Эмиль Рено Париждың Гревен Музейында тәүге график лентаһын күрһәтә.
  • 1898 йыл — Джеймс Стюарт Блэктон һәм Альберт Э. Смит (англ. Albert E. Smith) тәүге ҡурсаҡ фильмын төшөрә, исеме «Кәрләләр циркы» (ингл. The Humpty Dumpty Circus) була. Фильмда ағас уйынсыҡтар ҡулланалар.
  • 1899 йыл — һаҡланып ҡалған тәүге мультипликациялы реклама ролигы Matches: An Appeal (авторы — Arthur Melbourne-Cooper) төшөрөлә.
  • 1900 йыл — Джеймс Стюарт Блэктон «Хайран ҡалдырған һүрәт» («The Enchanted Drawing») фильмын төшөрә. Ошо уҡ ваҡытта ул анимацияның серен аса — айырым кадрҙы төшөрөү, был алым АҠШ-та «One turn, one picture» исемен йөрөтә .
  • 1906 йыл — Америка компанияһы Vitagraph Company of America Джеймс Стюарт Блэктондың мультипликация фильмдарының береһен кино пленкаһына төшөрә, уның исеме «Humorous Phases of Funny Faces» («Ирмәк йөҙҙәр») була.
  • 1908 йыл — француз рәссам-карикатурасыһы Эмиль Коль график мультипликация өҫтөндә әүҙем эшләй башлай. Ул «Фантасмагория» («Fantasmagorie») фильмын төшөрә. Ул Европаның тәүге мультипликация фильмы була, үҙ аллы сюжет, төп геройы Фантош холоҡло булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә.
  • 1910 йыл — Владислав Александрович Старевич «Һылыу Люканида, йәки мыйыҡлылар һәм мөгөҙлөләр һуғышы» тәүге күләмле йәнһүрәтен төшөрә .
  • 1911—1922 йылдар — АҠШ-та рәссам-карикатурасы Уинзор Маккей 1914 йылда Gertie the Dinosaur мультсериалын төшөрә), 1918 йылда «The Sinking of the Lusitania» («Лузитания үлеме») документаль фильмын төшөрә.
  • 1911 — Уинзор Маккей гәзит комиксы буйынса «Бәләкәй Немо» («Little Nemo») фильмын төшөрә.
  • 1913 — Старевич «Энәғараҡ һәм ҡырмыҫҡа» йәнһүрәтен төшөрә.

Артабанғы үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҫҡа йәнһүрәт миҫалы

Мультипликация үҫешенә ҙур йоғонтоно кинематографик технологиялар артыуы яһай. Рауль Барр асышы — перфорациялы целлулоид һүрәтле битте тоторға ярҙам итә.

  • 1918 йыл — тәүге тулы метражлы нәфис «Апостол» (исп. Еl Apostol) йәнһүрәте сыға, режиссёры — Квирини Кристиани.
  • 1928 йыл — Уолт Дисней Микки Маусты булдыра. Шул уҡ йылда уның тәүге тауышлы йәнһүрәте «Пароход Вилли» (ингл. Steamboat Willie) сыға.
  • 1929 йыл — Уолт Дисней "Һөлдәләр бейеүе"н (ингл. Skeleton Danсе) төшөрә, ул «Күңелле симфониялар» (ингл. Silly Symphonies) серияһының тәүгеһе була.
  • 1931 йыл — Квирини Кристиани тәүге тулы метражлы тауышлы «Рeludopolis» йәнһүрәтен ҡуя.
  • 1932 йыл — Уолт Диснейҙың «Сәскәләр һәм ағастар» (ингл. Flowers and Trees) тәүге төҫлө йәнһүрәте төшөрөлә.
  • 1936 йыл — СССР-ҙа «Союзмультфильм» киностудияһы барлыҡҡа килә (тәүҙә — «Союздетмультфильм» тип атала).
  • 1937 йыл — Уолт Дисней тәү тапҡыр «Иҫке тирмән» (ингл. Тhe Old Mill) фильмында тәрән күренешле камера ҡуллана. Ошо уҡ йылда Дисней «Аҡһылыу һәм ете гном» (ингл. Snow White and the Seven Dwarfs) тәүге тулы метражлы фильмын ағалы-ҡустылы Гримм әкиәте буйынса төшөрә.
  • 1940 йыл — Уильям Ханна һәм Джозеф Барбера «Том һәм Джерри» йәнһүрәттәр серияһы өҫтөндәге эште башлайҙар.
  • 1943 йыл — Поль Гримоның «Ҡарасҡы» («L’Epouvantail») төҫлө йәнһүрәтенең премьераһы үтә.
  • 1947 йыл — тәүге телевизион мультсериал Crusader Rabbit (Алекс Андерсон, Джей Бард) төшөрөлә. Анимация телевизион рекламаһында әүҙем ҡуллана башлай.
  • 1952 йыл — тәүге тулы метражлы «Көтөүсе һәм мөрйә таҙартыусы» (Поль Гримо) француз йәнһүрәте төшөрөлә.
  • 1956 йыл — Загреб ҡалаһында анимациялы фильмдар студияһы асыла (Душан Вукотич, А. Маркс, Б. Колар, З. Боурек, Ватрослав Мимица). Тәүге фильмдары — ҡыҫҡа метражлы «Күңелле робот» («Nestasni Robot», реж. Душан Вукотич).
  • 1958 йыл — Осама Тэдзуки тырышлығы менән Японияла аниме стиле килеп сыға.
  • 1960 йыл — «Флинстоундар» («Тhe Flinstones») серияһы тапшырыла башлай, был өлкәндәр өсөн беренсе анимация сериалы була.
  • 1967—1971 йылдар — СССР-ҙа тәүге «Маугли» мультсериалы сыға, режиссёры: Роман Давыдов.
  • 1969 йыл — Роман Качановтың «Крокодил Гена» йәнһүрәтендә тәү тапҡыр Чебурашканың визуаль образы һүрәтләнә.
  • 1983 йыл — поляк Збигнев Рыбчинскийҙың «Танго» фильмы ҡыҫҡа метражлы анимация фильмдары номинацияһында «Оскар» премияһын ала.
  • 1988 йыл — «Хазина утрауы» ике сериялы йәнһүрәт сыға.
  • 1990 йыл — «Симпсондар» («Тhe Simpsons») сриалын сығара башлайҙар.
  • 1995 йыл — тәүге тулы метражлы компьютер анимацияһы ярҙамында төшөрөлгән «Уйынсыҡтар тарихы» фильмы төшөрөлә (Pixar студияһы).
    1999 йылда «Ҡарт һәм диңгеҙ» йәнһүрәте (режиссёры Александр Петров) кинотеатрҙар өсөн төшөрөлгән тарихта тәүге йәнһүрәт була. 2000 йылда был йәнһүрәт Америка киноакадемияһының «Оскар» премияһын ала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]