Халиҡов Валерий Абдулхаҡ улы
Халиҡов Валерий Абдулхаҡ улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 14 июль 1950 (74 йәш) |
Тыуған урыны | Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим, нейрохирург |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] һәм профессор[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Халиҡов Валерий Абдулхаҡ улы (14 июль 1950 йыл) — СССР һәм Рәсәй нейрохирургы. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2002). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған табибы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1950 йылдың 14 июлендә Ишембай ҡалаһында тыуа. 1973 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай.
1976 йылға тиклем һәм 1974 йылда «Ишембайнефть» НГДУ-һы медик‑санитар часының Ишембай берләштерелгән дауаханаһында эшләй.
1977 йылдан Днепропетровск медицина учреждениеһында хеҙмәт итә.
1980-81 йылдарҙа тыуған ҡалаһына ҡайтып, Ишембайҙың 1-се поликлиникаһында эшләй.
1983 йылдан Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында хеҙмәт юлын дауам итә, 1997 йылдан БДМУ-ның дипломдан һуң белем биреү институтында эшләй.
2003 йылдан РФ Федераль именлек хеҙмәтенең Төп клиник хәрби госпиталендә (Мәскәү) — әйҙәүсе, 2013 йылдан баш нейрохирург.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]200-гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.
- Халиков, Валерий Абдулхакович. Обоснование микрохирургической пластики поврежденных периферических нервов с использованием аллостатических трансплантатов : (Экспериментально-клиническое исследование) : автореферат дис. … кандидата медицинских наук : 14.00.28 / АМН СССР. НИИ нейрохирургии им. Н. Н. Бурденко. — Москва, 1990. — 14 с.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ХАЛИҠОВ Валерий Абдулхаҡ улы/ Халиҡов Валерий Абдулхаҡ улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Указ Президиума ВС РБ от 11.08.1992 N 6-2/352г «О присвоении почетных званий Республики Башкортостан»