Златоуст металлургия заводы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Златоуст металлургия заводы
Тармаҡ Металлургия
Нигеҙләү датаһы 1902
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы Асыҡ акционерҙар йәмғиәте[d]
Дөйөм килем 83 300 000 $ (1994)[1]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Златоуст, Силәбе өлкәһе, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Рәсми сайт zmk.ru

Златоуст металлургия заводыСиләбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһында металлуригия заводы. Көньяҡ Уралда иң боронғо заводтарҙың береһе[2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Златоуст заводы, 1900 йыл

Башта Златоуст суйын ҡойоу һәм метал яһау заводы 1754 йылда башҡорттарҙан һатып алынған ерҙә Косотур тауы янындағы Әй йылғаһы буйында Тула сауҙагәрҙәре һәм заводсылары Мосоловтар компанияһы тарафынан төҙөлә. 1751 йылдың 20 ноябрендә Мосоловтарҙың Ырымбур канцелярияһы менән завод төҙөүгә килешеүгә ҡул ҡуйыла, 1754 йылдың яҙында кесе Мосолов Иван етәкселеге аҫтында төҙөлөш башлана. 1754 йылда 31 авгусында Берг-коллегия төҙөлөшкә рөхсәт менән указ сығара. Завод хужаларының завод биҫтәһендә Изге Иоанн Златоуст исеменә сиркәү төҙөргә ниәтләүе арҡаһында Златоуст исемен ала (1865 йылда төҙөлгән). Завод Златоуст тау округы предприятиелары араһында иң ҙуры була [2].

Завод төҙөлөшө бик яй бара, ә хужалары араһындағы бәхәстән һуң бөтөнләй туҡтап ҡала. 1759 йылдың октябренә тик тимерлек, тире эшкәртеү, балтасы һарайҙары, мастерҙар өсөн өйҙәр, шулай уҡ яртылаш быуа төҙөлә. 1760 йылда завод М.П.Мосолов биләмәһенә күсә, ул Мәскәү янынан килтерелегән крепостнойҙар иҫәбенә төҙөлөштө тамамплап, 1761 йылда заводты сафҡа индерә. 1761 йылдың 14 авгусында домна мейесен тоҡандыра, 1 сентябрҙә беренсе тимер сығарыла. Эштең тәүге айҙарында бер домна мейесе, 4 горны һәм 2 крица сүкеше эшләй. 1764 йылдың икенсе домна сафҡа инә, 5 ҡыҙа һәм 2 баҡыр иретеү мейесе эшләй башлай. Домна мейесенең етештереүсәнлеге тәүлегенә 126 бот суйын тәшкил итә[3].

Косотур тауы һәм Уренге һырты араһындағы Әй йылғаһын ҡаплап торған ер быуаһының оҙонлоғо 209,1 м, үрҙә 266,7 м, киңлеге нигеҙендә 38,4 м, юғарыла 32,7 метр, бейеклеге 8,5 м тәшкил итә. Быуала домна мейесенең һәм ҡалған ике цехтың эшен тәьмин итеү өсөн бер уйым була[2].

1769 йылда завод Л.И.Лугининға һатыла, уның етәкселеге аҫтында ике домна мейесе реконструкциялана һәм 6 баҡыр иретеү мейесе һәм 20 сүкеш төҙөлә, ә быуа 3,2 м күтәртелә. Шулай уҡ 3 сүкеш фабрикаһы, 4 стан менән йәйпәкләү фабрикаһы, баҡыр иретеү һәм ҡырҡыу фабрикаһы төҙөлә. Шулай итеп, Лугинин металлургия производствоһының — мәғдәндән алып әҙер продукцияға тиклем тулы циклын ойоштора. 1773 йылда етештереү күләме 140 мең бот суйын, 1885 бот баҡыр, 90 мең бот тимер тәшкил итә[3][4].

1773 йылдың 5 декабрендә завод рудниктарына башҡорт отрядтары һөжүм итә, һөҙөмтәлә 6 декабрҙә заводта эш туҡтатыла. 1773 йылдың 23 декабрендә 250 завод эшсеһе пугачевсылар отрядына ҡушыла. 1774 йылдың 31 майында ҡасабаға Е.И.Пугачев етәкселегендә баш күтәреүселәрҙең төп көсө завод ҡоролмаларын яндыра һәм быуанан һыуҙы ебәрә. Ихтилал баҫтырылғандан һуң Л.И.Лугининға заводты тергеҙеү өсөн 1,5 йыл кәрәк була. 1775 йылдың декабрендә тимер эшләү тергеҙелә, 1776 йылдың февраль айында домна мейестәре эшләй башлай[3].

1763—73 йылдарҙа завод йыллыҡ уртаса етештереүсәнлек менән 1,5 мең бот баҡыр иретә. Бер үк ваҡытта тимер эшләү һәм баҡыр иретеү производстволарының эшен тәьмин итеү өсөн гидравлик энергия етмәү сәбәпле, баҡыр етештереү бөтөрөлә. 10 йыл эсендә баҡыр ҡойоу заводы 15 890 бот баҡыр иретә[5].

1797 йылда Л.И.Лугининдың ейәне Иван һәм Николай Максимович Лугининдар бурыстары арҡаһында округ заводтарын Мәскәү сауҙагәре А.А.Кнауфҡа ҡуртымға тапшыра, ә 1799 йылда дәүләт ассигнация банкына һата. 1801 йылда заводтар ҡабаттан А.А.Кнауфҡа ҡуртымға тапшырыла, ә 1811 йылдың 3 октябрендә ҡаҙнаға тапшырыла[3]. Ошо уҡ йылда Златоуст заводтары Златоуст тау округына берләшә, уның беренсе идарасыһы булып М.И.Кляйнер тәғәйенләнәМ. И. Кляйнер[6].

1809 йылдың 9 апрелендә Кнауф Александр фон Эверсман менән контракт төҙөй, ул заводты немец металлург-белгестәре менән тәьмин итергә һәм дефицит ҡорос ҡорамалдар һәм көнкүреш әйберҙәре етештереүҙе ойошторорға тейеш була. Эверсман Златоустҡа Золингендан ҡоралсы Петер Вейерсберг һәм Иоганн Вильгельм Шмидты саҡырыуҙы талап итә, килешеү өсөн А. Дерябин һәм финанс министры Д.Гурьевтың Александр I менән килешеүен һорап мөрәжәғәт итә. Кляйнер быға ҡаршы була, ул шул ваҡытта уҡ Златоуста Золингендан саҡырылған ҡоралсыларҙың эшләүенә һылтана, әммә рус оҫталары яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Эверсман шулай ҙа ҡаршылыҡтар һәм сит ил хеҙмәтенең ҡыйбатлы булыуына ҡарамаҫтан, немец белгестәрен саҡыртып алыуға ирешә. 1813 йылдың 4 июнендә Эверсман ҡоралсылар менән контракт төҙөү өсөн ебәрелә, ә 1814 йылда Золингендан Санкт-Петербургҡа 130 кеше киләСанкт-Петербург, ә һуңынан Уралға ебәрелә. Шулай итеп, Златоуст заводында немец күскенселәренең һаны 182 кешегә етә (ғаиләләре менән)[7].

Немец ҡоралсылары менән килешеү 5 йыл срокка төҙөлә һәм мастерҙың үҙенең теләге буйынса ғына оҙайтылырға мөмкин була. Килешеү суммаһына Рәсәйгә күсенеүҙе компенсациялау, контракт тамамланғандан һуң кире ҡайтыу, бушлай тораҡ, ғаиләнең барлыҡ ағзаларын бушлай дауалау һәм балаларҙы уҡытыу инә. Йыллыҡ эш хаҡын түләү күләме мастерҙың квалификацияһына бәйле һәм 1— 2, 5 мең һум тәшкил иткән, был урыҫ оҫталарының йыллыҡ хеҙмәт хаҡынан яҡынса 10 тапҡыр күберәк һәм Золингендағы ҡоралсыларҙың хеҙмәт хаҡынан күпкә күберәк була. Өҫтәмә рәүештә йылына 500 һум күләмендә урыҫ уҡыусыһын уҡытыу өсөн түләнгән. Һөҙөмтәлә немец белгестәренең реаль эш хаҡы хатта завод хужаларының эш хаҡынан да юғары булған. Бынан тыш, ҡоралсы үлгән осраҡта, уның ғаиләһе уның хеҙмәт хаҡының яртыһы күләмендә пенсия алған, өҫтәүенә, ҡатыны йәнә кейәүгә сыҡҡан осраҡта ла түләүҙәр һаҡланып ҡалған. Оҫталар һәм уларҙың балалары рекрут йөкләмәләренән һәм һалымдарҙан азат ителгән. Иң яҡшы белгестәр ике һыйыр һәм ат, шулай уҡ хеҙмәтсе рәүешендә өҫтәмә бүләктәр тураһында шәхсән килешкән[8].

1808 йылда бер Златоуст заводы быуаһынан бер саҡрым алыҫлыҡта түбәнге ағымында ярҙамсы Златоуст заводы төҙөлә (Түбәнге Златоуст), ул төп заводта етештерелгән ҡоросто эшкәртеү менән шөғөлләнә. Ярҙамсы завод етештергән бөтә продукция отчеттарҙа уртаҡ булараҡ күрһәтелә. 1922 йылда Түбәнге Златоуст заводының быуаһы һүтелә һәм быуа бөтөрөлә[2].

1811 йылда Златоуст заводында һалҡын ҡорал етештереү фабрикаһын төҙөү буйынса проект әҙерләнә. Фабрика 2 йылда төҙөлә һәм 1815 йыл аҙағында эшләй башлай[9].

Ҡорал фабрикаһында бысаҡтар етештереү цехы, 1910 йыл

1817 йылдан 1847 йылға тиклем заводта П.П. Аносов ҡорал фабрикаһының практикантынан ҡараусыһына һәм директорына тиклем (1824 йылдан) юл үтә, 1831—1847 йылдарҙа Златоуст тау округының тау начальнигы вазифаһын биләй[3].

1850 йылдың аҙағында — 1860 йылдың башында заводта ҡойолған тигель ҡоросон һәм унан ҡорос артиллерия орудиеларын етештереү үҙләштерелә. 1857—59 йылдарҙа П.М. Обухов проекты буйынса Кенәз-Михайловский пушка фабрикаһы төҙөлә, ул 1867 йылда ябыла[10].

1881 йылда 5 тонна һыйҙырышлы беренсе мартен мейесе, 1884 йылда — икенсе 5 т һыйҙырышлы, 1890 йылда — 8 т һыйҙырышлы өсөнсө мартен мейесе төҙөлә. 1895 йылда мейестәрҙең һыйҙырышлығы 10 т тиклем арта[3].

Һамар-Златоуст тимер юлы төҙөлөшө менән Баҡал руднигы мәғдәне 1893 йылдан (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1895 йылдан[11]) Бирҙәүеш станцияһы аша тимер юл буйлап ташыла[12].

1899 йылда яңы домна төҙөлә башлауға әҙерлек эштәре башлана, 1900 йылдың 28 июлендә мейес төҙөлөп бөтә, ә 1902 йылдың 22 майында тоҡандырыла. Мейесте игенселек һәм дәүләт милке министры А.С. Ермолов хөрмәтенә Ермоловский тип атайҙар. Яңы домна Әй йылғаһы ағымы буйынса 3 саҡрым түбәнерәк урынлашҡан Яңы Златоуст тип аталған заводҡа башланғыс бирә[3].

1930 йылдарҙа завод махсус ҡорос етештереүҙә махсуслаша, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дошман биләмәгән территорияла берҙән-бер предприятие була, ул подшипниктар һәм башҡа махсус ҡорос етештерә.

1993 йылдан предприятие «Златоуст металлургия заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте тип атала[13].

2001 йылдан алып 2003 йылға тиклем «Златоуст металлургия комбинаты» тип атала. 2009—2010 йылдарҙа мартен һәм 1-се электр ҡорос иретеү цехын ябалар, ә 2-се һәм 3-сө электр ҡорос иретеү цехтарында иретеү мейестәрен ҡыҫҡарталар, шулай итеп завод үҙ йәшәйеше өсөн ҡорос әҙерләүҙе туҡтата. 2011 йылда 1-се Прокат цехында 1957 йылғы ҡоролмалар менән яңы линия үткәрелә. Был заводтың һуңғы яңыртылыуы була. 2013 йылда завод банкротлыкҡа төшә һәм 4 мең кеше эшһеҙ ҡала. Ҡалған базаһында Златоуст электрометаллургия заводы төҙөлә[сығанаҡ 1635  көн күрһәтелмәгән].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Златоустовский машиностроительный завод
  • Златоустовская оружейная фабрика

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Литература[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]