Эстәлеккә күсергә

Вәлиев Тәүкәлүн Хаммат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тәүкәлүн Хаммат улы Вәлиев
Тыуған көнө

19 ноябрь 1896({{padleft:1896|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе (хәҙерге Башҡортостандың Ҡыйғы районы) Дүшәмбикә ауылы

Вафат булған көнө

10 октябрь 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (62 йәш)

Вафат булған урыны

Ҡазан ҡалаһы

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Башҡортостан
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге

уҡытыусы, мәғариф эшмәкәре

Наградалары һәм премиялары

Ленин ордены — 1939 Ленин ордены — 1949

Вәлиев Тәүкәлүн Хаммат улы (19 ноябрь 1896 йыл10 октябрь 1959 йыл) — педагог. 1934—1957 йылдарҙа Башҡорт АССР‑ының Ҡыйғы һәм Салауат райондарында дөйөм белем биреү мәктәптәре директоры. РСФСР мәктәбенең (1952) һәм Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949). Ике Ленин ордены (1939, 1949) кавалеры.

Тәүкәлүн Хаммат улы Вәлиев 1896 йылдың 19 ноябрендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе[1] Дүшәмбикә ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Үрге Ҡыйғыла ике синыфлы училище тамамлағас, ул уҡытыу эшенә тотона. Ике йыл эшләгәс, йәш уҡытыусы (халыҡ, яратып, уға һәр ваҡыт шулай өндәшә) тыуған ауылына ҡайтып, Дүшәмбикә һәм Түбәнге Ҡыйғы мәктәптәрендә уҡыта.

Октябрь революцияһынан һуң Тәүкәлүн Вәлиев халыҡ араһында күп эшләй, кешеләргә яңы властың маҡсатын, мәҙәни-ағартыу бурыстарын аңлата. 1929 йылға тиклем ул үҙ ауылы мәктәбендә уҡытыусы һәм директор булып эшләй.

Тиҙҙән тәжрибәле педагог яңы эшкә күсерелә һәм ике йыл Әй буйындағы Аҫылғужа мәктәбенә етәкселек итә.

1931 йылда Бөрө ҡалаһындағы балалар йорто директоры итеп тәғәйенләнә.

Төп эшенән айырылмай Бөрө педагогия техникумында уҡый. Уны тамамлағас, ете йыллыҡ мәктәп директоры итеп билдәләнә.

1934 йылда Тәүкәлүн Вәлиев Салауат районына эшкә ебәреүҙәрен һорап, Башҡортостан Мәғариф Халыҡ Комиссариатына ғариза яҙа, һәм йәш педагог Нәсибаш ете йыллыҡ мәктәбе директоры итеп күсерелә. Уҡытыусыларҙың ижади эшен ойоштороу менән бергә директор ауылда идеология фронтының алдынғы көрәшсеһе булып таныла, колхозсылар араһында сәйәси-ағартыу эштәре алып бара.

Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын ситтән тороп тамамлағас, Тәүкәлүн Хаммат улы 1937 йылда Лаҡлы урта мәктәбе директоры итеп ҡуйыла.

Бында ла ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә оҫта етәксе, йәмәғәт хеҙмәткәре булып таныла. Был йылдарҙа Салауат районы мәктәптәре араһында Лаҡлы урта мәктәбе алдынғы коллектив булараҡ билдәлелек ала. Директорҙың тынғыһыҙ хеҙмәте арҡаһында ул һәр саҡ маҡтаулы урынға лайыҡ була, оло ихтирам тойғоһо менән телгә алына. Уҡытыусыларҙың бер нисә тематик йыйылышы Лаҡлы урта мәктәбеңдә үткәрелә. Район мәктәптәренән барған педагогтар һәм мәктәп етәкселәре уңда алдынғы эш алымдарын һәм ысулдарын өйрәнә.

1939 йылда Башҡортостандың бер төркөм халыҡ мәғарифы хеҙмәткәрҙәре ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Тәүкәлүн Хаммат улы Вәлиев Салауат районынан беренсе булып илебеҙҙең ул ваҡыттағы иң юғары наградаһы — Ленин орденына лайыҡ була.

Педагогик хеҙмәткә йәне-тәне менән бирелгән талантлы педагог Т. Х. Вәлиев үҙенә тапшырылған вазифаны намыҫлы башҡара, йәш быуынды белемле, әҙәпле итеп тәрбиәләү өсөн барлыҡ көсөн бирә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауылдан бик күптәр - уҡытыусылар, колхозсылар, етәксе хеҙмәткәрҙәр фронтҡа киткәс, мәктәп директоры тылда ҡалған кешеләргә бөтә ауырлыҡ төшөүен күрә, халыҡ ҡайғыһын һиҙгер йөрәге аша үткәреп, көнө-төнө мәктәп, колхоз эштәре менән була.

1944 йылда алдынғы педагог Тәүкәлүн Вәлиев Ҡаратаулы урта мәктәбе директоры итеп ебәрелә. Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, бында укытыусылар коллективы ике йыл эсендә ҙур эштәр башҡара, районда алдынғылар сафына баҫа. Бында уның етәксеһе Тәүкәлүн Вәлиевтең хеҙмәте баһалап бөтөргөһөҙ. Барлыҡ уҡытыусылар, ата-әсәләр, малсылар һәм башҡа кешеләр үҙ урындарында сәмләнеп эшләй, уларҙың һәр береһе, яңы директорҙан уңдыҡ, тиҙәр.

1949 йылда талантлы етәксе, ойоштороусы Т.Х.Вәлиевтең уңышлы педагогик хеҙмәте йәнә юғары баһалана. Ул икенсе Ленин ордены менән бүләкләнә. Шулай итеп, Тәүкәлүн Хаммат улы Вәлиев - Салауат районында ғына түгел, бөтә Башҡортостанда Ленин орденына ике тапҡыр лайыҡ булған өс мәғариф хеҙмәткәренең береһе. Шул йылда уҡ уға «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Халыҡ мәғарифы өлкәһендә 40 йылға яҡын эшләгәндән һуң, 1957 йылда Т. Х. Вәлиев хаҡлы ялға сыға. Ул артабан да уҡытыусылар коллективына балаларҙы уҡытыу-тәрбиәләүҙә ҡулынан килгән тиклем ярҙам итә, йәмәғәт эштәрендә элеккесә, йәштәргә хас дәрт менән ҡатнаша, үҙ хеҙмәтенең һөҙөмтәләрен күреп ҡыуана.

  • К. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.