Ғатауллин Раил Рәфҡәт улы
Уҡыу көйләүҙәре
Ғатауллин Раил Рәфҡәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 3 март 1959 (65 йәш) |
Тыуған урыны | Арыҫлан, Ҡыйғы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | юғары мәктәп уҡытыусыһы, химик |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | химия фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғатауллин Раил Рәфҡәт улы (3 март 1959 йыл) — ғалим-химик. 1987 йылдан Өфөләге Органик химия институты хеҙмәткәре, 2004 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Химия фәндәре докторы (2004), профессор (2006).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Раил Рәфҡәт улы Ғатауллин Башҡорт АССР‑ының Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылында тыуған. 1985 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Шул уҡ йылда «Химпром» етештереү берекмәһенә эшкә бара. 1986 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтына күсә. 1987 йылда — Органик химия институтында хеҙмәткәр, 2004 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр.
Фәнни эштәре биологик активлыҡҡа эйә азотлы яңы гетероциклик берләшмәләр алыу ысулдарын тикшереүгә һәм эшләүгә арналған. 170‑тән ашыу ғилми хеҙмәт һәм алты уйлап табыу авторы.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Циклофункционализация 2‑алкениланилинов //Панорама современной химии. Современный органический синтез: сб.обзорных статей. М., 2003 (авторҙаш);
- Успехи в синтезе циклоалка[b]индолов //Журнал органической химии. 2013. Т.49. Вып. 2.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғатауллин Раил Рәфҡәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 2 март 2021)