Камалов Ринат Әлтәф улы
Ринат Камал | |
![]() | |
Исеме: |
Камалов Ринат Әлтәф улы |
---|---|
Псевдонимдары: |
Ринат Камал |
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
журналист, яҙыусы |
Ижад йылдары: |
1993 — |
Жанр: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Дебют: |
«Бәлә» (повесть, хикәйәләр, новеллалар, 1993) |
Премиялары: | |
Наградалары: |
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998) |
Камалов Ринат Әлтәф улы; Ринат Камал (28 июнь 1954 йыл) — яҙыусы. 1992 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2010). Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премияһы лауреаты (2002).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ринат Әлтәф улы Камалов 1954 йылдың 28 июнендә Башҡорт АССР-ы Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, үҙ ауылдарындағы «Комсомолец» колхозында эш башлай. Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Әммә әҙәбиәткә булған һөйөүө көслөрәк булып сыға. Беренсе курсты уңышлы тамамлауына ҡарамаҫтан, 1975 йылда барлыҡ имтихандарҙы яңынан тапшырып, Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-рус бүлегенә уҡырға инә.
1980 йылда университетты тамамлағас, башта Учалы районы Өргөн һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә, унан һуң Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле урта мәктәбендә башҡорт, рус телдәрен һәм әҙәбиәтен уҡыта.
1985 йылда ғәиләһе менән Өфөгә күсеп килә. Биш йыл БАССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының совет төҙөлөшө һәм әҙәбиәт редакцияларында эшләй.
1990—1991 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының пропаганда бюроһы директоры.
1991—2004 йылдарҙа «Ағиҙел» журналының әҙәби тәнҡит бүлеге мөхәррире, Зәки Вәлиди исемендәге республика милли китапханаһында бүлек мөдире.
2005 йылдан Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт мөхәрририәте мөдире.
Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ринат Камал әҙәбиәткә уҙған быуаттың 90-сы йылдарында, етерлек тормош һәм ижад тәжрибәһе туплап, ныҡлап аяҡ баҫты һәм артабанғы сирек быуат эсендә үҙен таланты яҙыусы итеп танытты. 1993 йылда повесть, хикәйәләр һәм новеллалар тупланған «Бәлә» исемле тәүге китабы менән, тәнҡитсе Суфиян Сафуанов билдәләүенсә, «әҙәбиәтебеҙгә шаҡтай өлгөрөп еткән проза оҫтаһының килеүе тураһында хәбәр» иткән әҙип артабан яңынан-яңы нәҫерҙәрен, хикәйә һәм повестарын уҡыусыға тәҡдим итте. Ул ғына түгел: Ринат Камалдың XXI быуаттағы тәүге ун йыллыҡта нәшер ителгән романдары башҡорт әҙәбиәтендә һиҙелерлек күренеш булды. «„Таня—Таңһылыу“, „Оҙонтал“, „Сабыр йән“, „Әлфирә“, „Ағай-энеләр“ ише романдары менән проза донъяһы байыны, ҡотайҙы. Ринат Камалдың ғына уңыштары түгел, ә тотош нәфис һүҙ сәнғәтебеҙҙең ҡото, ырыҫы тип баһаланырға хаҡлы улар», тип яҙған Рафаль Аҙнағоловҡа ниҙер өҫтәү урынһыҙ.
Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бәлә: Повесть, Хикәйәләр, новеллалар. — Өфө: Китап, 1993. — 192 б.
- Таня—Таңһылыу: Роман һәм повестар. — Өфө: Китап, 1996. — 368 б.
- Мөхәббәт дошмандары: Повестар. — Өфө: Китап, 2001.
- Кеше драмаһы: Романдар. — Өфө: Китап, 2014.
- Оҙонтал: Романдар. — Өфө: Китап, 2004. — 520 б.
- Әлфирә: Ҡатыным тураһында. — Өфө: Ғилем, 2005.
- Әлфирә: Романдар. — Өфө: Китап, 2008.
- Мединститут эше: Роман. — Өфө: Китап, 2015[1].
Ваҡытлы матбуғаттағы мәҡәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бер яланғас йөрәк. «Башҡортостан» гәзите. 2013 йыл, 13 март.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Ватандаш» журналында мәҡәлә. Томан эсендәге кешеләр. Рафаэль Аҙнағолов
- Ринат Камалдың «Кеше драмаhы» — ул илебеҙҙең тарихы
- Самый плодовитый в Башкирии писатель получает за роман… 15 тысяч рублей — сайт рус.
- Кунафин Г. Күңел ятуларын ачучы. «Өмөт» гәзите, 2014[2]
- Ғөбәйҙуллина Ф. Романдар оҫтаһы. «Башҡортостан» гәзите, 2014, 2 июль[3].
Маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998);
- Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге премияһы лауреаты (2002);
- Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2010).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Өфөлә Ринат Камалдың «Мединститут» эше" романының исем туйы үтә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 17 декабрь
- ↑ «Өмөт» гәзите, 2014 (тат.)
- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2014, 2 июль (Тикшерелеү көнө: 27 октябрь 2016)
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июнь 2019)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июнь 2019)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Камалов Ринат Әлтәф улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 24 июнь 2019)
- башҡа сығанаҡтар
- Аралбаева Л. Өфөлә Ринат Камалдың «Мединститут» эше» романының исем туйы үтә. «Башинформ» (2015-12-17). 17 декабрь 2015 тикшерелгән.
- «Литературная карта Республики Башкортостан» сайтында мәҡәлә рус.
- «Зәйнәб Биишева исемендәге „Китап“ нәшриәте» сайтында мәҡәлә рус.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 28 июндә тыуғандар
- 1954 йылда тыуғандар
- Мәсетле районында тыуғандар
- Дыуан-Мәсетле ауылында тыуғандар
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары
- Башҡортостан уҡытыусылары
- Башҡорт яҙыусылары
- Башҡортостан журналистары
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Рәшит Әхтәри исемендәге премия лауреаттары
- Шәхестәр:«Башҡортостан» ТРК
- «Ағиҙел» журналы хеҙмәткәрҙәре
- «Китап» нәшриәте хеҙмәткәрҙәре