Батталов Эдварт Миңләхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Батталов Эдварт Миңләхмәт улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 4 март 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Мәсетле районы, Дыуан-Мәсетле
Һөнәр төрө ғалим, уйлап табыусы, химик
Эш биреүсе Органик химия институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге)
Уҡыу йорто Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]

Батталов Эдварт Миңләхмәт улы (4 март 1951 йыл) — химик, ғалим, уйлап табыусы. Химия фәндәре докторы (2008).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эдварт Миңләхмәт улы Батталов 1951 йылдың 4 мартында Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылында тыуған[1].

1968 йылда Дыуан-Мәсетле урта мәктәбен, 1974 йылда Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын тамамлаған.

Шул уҡ йылдан Рәсәй фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙегенең Органик химия институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 1993 йылдан алып өлкән ғилми хеҙмәткәр.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2008 йылда Мәскәүҙә «Радикальная полимеризация виниловых мономеров в присутствии сульфоксидов и их комплексов с солями металлов» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[2].

80-дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 7 уйлап табыу танытмалары һәм патент хужаһы.

Фәнни хеҙмәттәре винил мономерҙары һәм олигомерҙарының радикаль полимерлашыуына, фотополимерлашыуға; сүс рәүешендәге яҡтылыҡ таратыусы сымдарҙың полимер ҡапламаларын эшләүгә арналған[1].

Төп ғилми хеҙмәттәре

Влияние сульфоксидных комплексов на радикальную полимеризацию //Доклады Академии наук. 1977. Т.235. № 6 (авторҙаш);

Прочностные и оптические свойства волоконных световодов с эпоксиакрилатным покрытием //Пластические массы. 2005. № 2 (авторҙаш).

Фотополимеризация метилметакрилата в присутствии 3,1-бензоксазинов // Промышленное производство и использование эластомеров. – 2014. – вып. 1. – С. 11-12. (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

СССР халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе дипломы (1978)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]