Кәлимуллин Сәмиғулла Ғибат улы
Кәлимуллин Сәмиғулла Ғибат улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 8 март 1915 |
Тыуған урыны |
Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы Дыуан-Мәсетле, Златоуст өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 15 октябрь 1971 (56 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | архитектор |
Кәлимуллин Сәмиғулла Ғибат улы (8 март 1915 йыл — 15 октябрь 1971 йыл) — архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1947). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кәлимуллин Сәмиғулла Ғибат улы 1915 йылдың 8 мартында Өфө губернаһының Златоуст өйәҙе Дыуан-Мәсетле ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы) тыуған[1]. Архитектор, сәнғәт фәндәре докторы Барый Ғибәт улы Кәлимуллиндың ҡустыһы.
Новосибирск инженер‑төҙөлөш институтын тамамлағандан һуң 1940 йылда һәм 1947—50 йылдарҙа «Башпроект» республика проект контораһы архитекторы, 1952—56 йылдарҙа баш архитекторы, 1951—52 йылдарҙа Өфө ҡала советы эргәһендәге проект оҫтаханаһы начальнигы урынбаҫары, 1957—59 йылдарҙа БАССР ХХС‑ы техник бүлеге начальнигы урынбаҫары, 1959—60 йылдарҙа «Гипрокаучук» институты Өфө филиалының баш архитекторы, бер үк ваҡытта 1956—57 йылдарҙа, 1960—64 йылдарҙа Өфө ҡала советы эргәһендә баш архитектор, 1965—71 йылдарҙа баш архитектор урынбаҫары. 1946 йылда уҡ ағаһы һәм архитектор Филонов менән бергә ул «Башнефтезавод» берекмәһе өсөн тораҡ йорттар проектлай[2]. Ике тапҡыр Сәмиғулла Кәлимуллин Өфөнөң баш архитекторы — 1956—1957 йылдарҙа һәм 1960—1965 йылдарҙа Башсовнархозда һәм төрлө проект ойшшмаларында эшләй[2]. Район мәҙәниәт һарайҙары, республика ҡалалары өсөн торлаҡ йорттар; Советтар йорто (1951; хәҙерге Өфө дәүләт авиация-техник университетының төп корпусы), Башҡорт дәүләт университетының төп корпусы (1957; икеһе лә — авторҙаш), Аксаков С. Т. исемендәге баҡсаға үҙәк инеү урыны (1955; бөтәһе лә — Өфө) проекттарын эшләй. 40‑сы йылдарҙа Стәрлетамаҡ, Белорет ҡалаларының генераль пландарын эшләүҙә ҡатнаша[1].
1971 йылдың 15 октябрендә Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә вафат була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Кәлимуллин Сәмиғулла Ғибат улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 Настоящее рождается из прошлого 2021 йыл 9 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кәлимуллин Сәмиғулла Ғибат улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Настоящее рождается из прошлого 2021 йыл 9 октябрь архивланған.