Туйтүбә
Туйтүбә | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 474 метр |
Туйтүбә — Көньяҡ Уралдағы тау һырты. Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Туғыҙлы ауылы эргәһенән башланған һәм Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһе Һатҡы районы территорияларында урынлашҡан тау һырттары[2].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туйтүбә һырты Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының Туғыҙлы ауылы меридианы буйлап БР-ҙың Ҡыйғы районы биләмәһендәге Әй йылғаһының киңлек ағымына тиклем һуҙылған.
Оҙонлоғо — 21 км, киңлеге — 9 км. Максималь бейеклеге — 497 метр[3].
Һырт турней һәм башҡорт ярустары эзбизташы һәм доломиттарҙан төҙөлгән. Йүрүҙән-Әй йылғалары буйында башҡорт ярусының тәбиғи билдәләре Йүрүҙән йылғаһының меридиональ һыҙығы буйынса һыҙат булып ята, көньяҡта Яхъя ауылынан төньяҡта Ҡыҙырбаҡҡа тиклем, шулай уҡ Әй йылғаһы буйынса ла күҙәтелә. Уралдың көнбайыш битләүҙәрендә башҡорт ярусының түбәнге сиге ҡеүәте 4 метрға еткән стриатифер ҡабырсаҡтарҙан тора[4].
Әй йылғаһы ҡушылдыҡтары ошо һырттан башлана.
Ландшафты — һоро урман һәм кәҫ-көлһыу тупрағында үҫкән ҡарағай, ҡайын, ҡарағас урмандары[2]
Бейек булмаған Туйтүбә һырттары, унан һуң Ямантул, Ҡаҙанһалған, Башукты, Йүкәтау тау һырттары көньяҡтан Әй йылғаһына килеп терәләләр.
Лаҡлыға саҡлы Әй буйлап йөҙһәң, Әй һәм уның ҡушылдыҡтары ярҙарында 38 мәмерйә осрай, улар араһында билдәлелек ҡаҙанған Лаҡлы һәм Ҡорғаҙаҡ мәмерйәләрен атарға мөмкин[5].
Топонимикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Силәбе топонимисы Шувалов:
Туйтүбә,тау, Һатҡы районы. Башҡорт теленән — «байрам йәки туй түбәһе» (туй — түбә — «тау», «ҡалҡыулыҡ, түмәләс») тип тәржемә ителгәнлеген аңлатҡанОригинал текст (рус.)Туй-Тюбе, гора, Саткинский район. В переводе с башкирского — «праздничная или свадебная гора» (туй — «праздник», «свадьба», тюбе — «гора», «холм»)[6]
Боронғо заманаларҙан башлап башҡорт ауылдарында уҙғарыла торған Ҡарғатуй, Кәкүк сәйе һымаҡ миҙгел-йола байрамдары, һабантуйҙар йәмле Туйтүбә итәгендә ойошторолғанлығы көн кеүек асыҡ.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Туйтүбә // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- карта Кигинского района
- Моя география. Горы на берегу реки Ай
- Тропы Южного Урала
- Шувалов. Словарь топонимов. Туй-Тюбе
- -yangantau.ru/images/teachers/%D0%A0%D0%B0%D0%B7%D1%80%D0%B5%D0%B7%D1%8B%20%D0%B1%D0%B0%D1%88%D0%BA%D0%B8%D1%80%D1%81%D0%BA%D0%BE%D0%B3%D0%BE%20%D1%8F%D1%80%D1%83%D1%81%D0%B0%20%D1%81%D1%80%D0%B5%D0%B4%D0%BD%D0%B5%D0%B3%D0%BE%20%D0%BA%D0%B0%D1%80%D0%B1%D0%BE%D0%BD%D0%B0.pdf(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 Туйтүбә // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ карта Кигинского района
- ↑ (недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка) -yangantau.ru/images/teachers/%D0%A0%D0%B0%D0%B7%D1%80%D0%B5%D0%B7%D1%8B%20%D0%B1%D0%B0%D1%88%D0%BA%D0%B8%D1%80%D1%81%D0%BA%D0%BE%D0%B3%D0%BE%20%D1%8F%D1%80%D1%83%D1%81%D0%B0%20%D1%81%D1%80%D0%B5%D0%B4%D0%BD%D0%B5%D0%B3%D0%BE%20%D0%BA%D0%B0%D1%80%D0%B1%D0%BE%D0%BD%D0%B0.pdf(недоступная ссылка) Разрезы башкирского яруса...]
- ↑ Тропы Южного Урала
- ↑ Шувалов. Словарь топонимов. Туй-Тюбе