Эстәлеккә күсергә

Ҡазыева Йәүһәрә Санбаш ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡазыева Йәүһәрә Санбаш ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 30 октябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (95 йәш)
Тыуған урыны Ләмәҙтамаҡ, Ләмәҙтамаҡ ауыл советы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Ҡазыева Йәүһәрә Санбаш ҡыҙы (30 октябрь 1929 йыл19 декабрь 2011 йыл) — педагог. 1950—1986 йылдарҙа Мәсетле районы мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1969), РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы (1966).

Йәүһәрә Санбаш ҡыҙы Ҡазыева 1929 йылдың 30 октябрендә Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. 1948 йылда үҙ ауылында урта мәктәпте тамамлағандан һуң, ул Әбдрәхим ете йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып хеҙмәт юлын башлай. Белеме етерлек булмауын тиҙ аңлаған йәш белгес К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына ситтән тороп уҡырға инә һәм уны 1954 йылда уңышлы тамамлай.

Тырыш һәм һәләтле уҡытыусы 1950 йылдан 1961 йылға тиклем Әбдрәхим ете йыллыҡ, Мәсетле, Ләмәҙтамаҡ урта мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, директор урынбаҫары вазифаларын башҡара. 1961 йылдан 1986 йылға тиклем Йонос урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй ҙә шунда хаҡлы ялға сыға.

Уҡытыусы Й. С. Ҡазыеваның бөтә педагогик хеҙмәте уҡытыу предметтарын яҡшы белеүе, ныҡлы теоретик әҙерлеге, юғары мәҙәни кимәле, уҡытыу-тәрбиә эшен оҫта ойоштороуы, уҡыусы балаларға кешелекле мөнәсәбәте менән айырылып тора. Уҡыусыларҙың ижади әүҙемлеген, үҙ аллы фекерләү һәләтен үҫтереү укытыусының методик системаһында төп үҙенсәлек булып иҫәпләнә.

Талантлы уҡытыусы күп йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһенә етәкселек итә. Ул бай тәжрибәһен коллегалары менән ихлас уртаҡлаша, йәш уҡытыу¬сыларға кәңәштәре менән ярҙам итә. Район-ара кәңәшмә, семинарҙарҙа лекция, докладтар менән даими сығыш яһай. Уның сығыштарын, кәңәштәрен яратып ҡабул итәләр, сөнки уларҙың предметты уҡытыу өсөн файҙаһы ҙур була.

Й. С. Ҡазыева башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу, тәрбиә эштәре тураһында район гәзитендә, республика гәзит-журналдарында күп мәҡәләләр баҫтырып сығара, унда үҙ тәжрибәһен уртаҡлаша. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында уның дәрес өлгөләре, методик күрһәтмәләре, кәңәштәре даими баҫылып тора.

Уҡытыусы мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын матур, фәһемле материалдар менән йыһазлай. 1984 йылда Йонос урта мәктәбендә уның башланғысында тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыла.

Үҙ һәнәренә мөкиббән бирелгән уҡытыусы Йәүһәрә Санбаш ҡыҙы Ҡазыева һәр саҡта ла коллегалары өсөн өлгө була, уларҙы ижади эшләргә рухландыра. Уның дәрестәре юғары кимәлдә үтә, синыфтан тыш сараларға барлыҡ тәрбиәләнеүселәре лә атлығып тора, уҡыусылары юғары өлгәше һәм тәртипле булыуҙары менән айырыла. Уҡытыусы балаларҙа туған телгә һәм әҙәбиәткә, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, тарихына һөйөү тәрбиәләй.

Й. С. Ҡазыева — республикабыҙҙа милли кадрҙар әҙерләүгә тос өлөш индергән кеше. Уның күп кенә уҡыусылары район, республика мәктәптәрендә уҡыта, халыҡ хужалығында етәксе урындарҙа эшләй. Улар бөгөн дә осрашыу кисәләренә уға рәхмәт әйтер өсөн илебеҙҙең төрлө яғынан киләләр.

Йәүһәрә Санбаш ҡыҙы тырыш, кешеләргә ярҙамсыл, белемле булыуы менән дә халыҡ араһында ихтирам яулай. Ул ата-әсәләр менән дә күп төрлө эштәр ойоштора, педагогик темаларға лекциялар уҡый, докладтар һөйләй, ауыл, район сараларында әүҙем ҡатнаша. Абруйлы уҡытыусыны ауыл, Мәсетле район Советтарына бер нисә тапҡыр депутат итеп һайлайҙар, суд заседателе булып та эшләй ул.

Утыҙ йылдан ашыу Йәүһәрә Санбаш ҡыҙы үҙенә генә хас дәрт, әүҙемлек менән йәш быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү эштәре менән ихлас шөғөлләнә.

Тормош иптәше — Мәсетле районы Айып ауылы егете, математика уҡытыусыһы Иҙелман Ҡазыев менән дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Ике ҡыҙы ата-әсәһе юлынан китә — уҡытыусы һәнәрен һайлай, ә ике ҡыҙы табип һәнәренә эйә була.

Бөтә ғүмерен бағышлаған һәнәре ауыр ҙа, ҡатмарлы ла булыуға ҡарамаҫтан, ул үҙен мәктәптән тыш күҙ алдына килтермәй. Хаҡлы ялда булһа ла, һаман да уҡыусылары менән аралашып, уларҙың тормошо менән ҡайнап, аҡыллы кәңәштәрен биреп, улар өсөн борсолоп, шатлыҡ-ҡайғыларын уртаҡлашып йәшәй.

Балаларҙы ихлас яратыу, уларҙы тиң шәхес күреп ихтирам итеү һәм үҙ эшенә ныҡ бирелгәнлек Йәүһәрә Санбаш ҡыҙын уҡытыусы һәнәренең иң юғары кимәленә күтәрҙе. Уның фиҙакәр хеҙмәте хөкүмәтебеҙ тарафынан юғары баһаланды. Ул РСФСР һәм СССР Мәғариф министрлыҡтарының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде, миҙалдарға лайыҡ булды. Уға «Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы», «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән юғары исемдәр бирелде.

  • К. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.