Ҡаев Фәрит Ғалихан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаев Фәрит Ғалихан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 апрель 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Ләмәҙтамаҡ, Ләмәҙтамаҡ ауыл советы, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө табип
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт медицина институты
Әүҙемлек урыны Ҡарағай шифаханаһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ҡаев Фәрит Ғалихан улы (25 апрель 1955 йыл) — табип, хужалыҡ хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992). Мәсетле районының почётлы гражданы (2017), «Хеҙмәт ветераны» (2000), юғары категориялы табип (1992). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәрит Ғалихан улы Ҡаев 1955 йылдың 25 апрелендә Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған.

1972 йылда Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен, 1978 йылда Башҡорт медицина институтының (хәҙерге Башҡорт дәүләт медицина университеты) дауалау факультетын тамамлаған.

19781979 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 1-се ҡала клиник дауаханаһында хирург булып эшләй.

1979 йылдан 1998 йылға тиклем Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ үҙәк дауаханаһында табип-хируг (1979—1980), баш табиптың дауалау буйынса урынбаҫары һәм бер үк ваҡытта табип-хирург (19801985), баш табип (19851996), табип-психиатр (19961998) булып эшләй.

19982012 йылдарҙа Мәсетле Балалар һәм ата-әсәләре өсөн республика пульмунология шифаханыһының баш табипы.

20122019 йылдарҙа Мәсетле районының «Ҡарағай» шифаханаһында баш табип булып эшләй.

Бер нисә саҡырылыш Мәсетле район Советы депутаты, ике саҡырылыш Мәсетле районы муниципаль район Советы рәйесе.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992)
  • «Хеҙмәт ветераны» (2000)
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (2011)
  • Мәсетле районының почётлы гражданы (2017)
  • Салауат Юлаев ордены (2019)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]