Эстәлеккә күсергә

Зарипов Айрат Йәнсура улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зарипов Айрат Янсур улы битенән йүнәлтелде)
Зарипов Айрат Йәнсура улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 октябрь 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (62 йәш)
Тыуған урыны Ләмәҙтамаҡ, Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы[d], Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы, фәлсәфәсе
Эшмәкәрлек төрө Q12104183?
Эш урыны «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы
Уҡыу йорто Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Ғилми дәрәжә философия фәндәре докторы[d]
Әүҙемлек урыны Өфө дәүләт авиация техник университеты

Зарипов Айрат Йәнсура (Янсур) улы (12 октябрь 1962 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2005), профессор (2005). Башҡортостан Фәндәр Академияһында Фәлсәфә буйынса фәнни кәңәшмәнең ғилми сәркәтибе, Рәсәйҙең Халыҡ-ара эштәр буйынса Советы эксперты[1], Гуманитар фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2013). Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙының улы.

Айрат Йәнсура улы Зарипов 1962 йылдың 12 октябрендә Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған.

1979 йылда Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбен тамамлай. 1984 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын, 1994 йылда Өфө дәүләт авиация техник университеты аспиратураһын тамамлай.

Хеҙмәт юлын 1986 йылда Оло Аҡа урта мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. 1987 йылдан Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Башта Башҡортостан Республикаһының Милли музейында ғилми хәҙмәткәр, музей һаҡлаусы баш хеҙмәткәр булып эшләй. 1995 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетының фәлсәфә кафедраһына эшкә күсә һәм элеге көнгә тиклем даими эшләй. Һуңғы эш дәрәжәһе — кафера мөдиренең фән буйынса урынбаҫары. Бер үк ваҡытта 1997—2007 йылдарҙа «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәтенең киң мәғлүмәт саралары бүлегендә мөхәррир булып эшләй.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Этнос-ара мөнәсәбәттәрҙең, этник аңдың һәм үҙаңдың теоретик проблемаларын, этноконфликтологияны, этник мәҙәниәтте, тел һәм мәғарифты, хәҙерге сит ил философияһын һәм уның ағымдарын тикшереү менән шөғөлләнә. 150-нән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 10 монография авторы.

  • Социальная структура и социальная стратификация. Уфа, 2009 (в соавторстве).  (рус.)
  • Этническое сознание и этническая идентичность. Уфа, 2009 (в соавторстве).  (рус.)
  • Этнополитическое движение как социальный феномен. Уфа, 2000 (в соавторстве).  (рус.)
  • Общие проблемы этногенеза и научная теория//Журнал социологии и социальной антропологии. 1999. Том II. Выпуск 4.  (рус.)
  • Грани этнической идентификации//Социальные исследования. 1997. № 8 (в соавторстве).  (рус.)