Эстәлеккә күсергә

Кушнаренко Иван Ильич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Кушнаренко Иван Ильич (30 март 1895 йыл17 сентябрь 1935 йыл) — СССР-ҙың партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1933—1935 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Ер эштәре халыҡ комиссариаты машина-трактор станцияларының сәйәси секторы начальнигы. 1916 йылдан ВКП (б) ағзаһы. Октябрь революцияһында һәм Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусы, ауыл хужалығында коллективлаштырыуҙы ойоштороусыларҙың береһе.

Иван Ильич Кушнаренко 1895 йылдың 30 мартында Рәсәй империяһының Екатеринослав губернаһы Бахмут өйәҙенең Волтур волосының (хәҙерге Украинаның Донецк өлкәһе Новосёловка ауылында) ерһеҙ крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.