Айвазов Борис Викторович
Борис Викторович Айвазов | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Эшләгән урыны |
Гидрология институты |
Ғилми дәрәжәһе |
химия фәндәре кандидаты |
Ғилми исеме |
доцент |
Награда һәм премиялары | |
Айвазов Борис Викторович (30 март 1911 йыл — 15 июль 2004 йыл) — ғалим-физик-химик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1958—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1962 йылдан — ғилми эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1962—1967 йылдарҙа физик һәм аналитик химия кафедраһы мөдире. Химия фәндәре кандидаты (1949). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967), СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы (1975). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1954).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Борис Викторович Айвазов 1911 йылдың 30 ноябрендә Рәсәй Империяһының баш ҡалаһы Санкт-Петербургта тыуған.
1931 йылда Ленинградта Гидрология институтында эшләй башлай. 1934 йылда Мәскәүгә СССР Фәндәр академияһы Химик физика институтына күсә.
1949 йылдан Горький университетында лаборатория мөдире булып эшләй башлай. Шул уҡ йылда химия фәндәре буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1951 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Химия бүлегендә өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһын биләй[1].
1954 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
1958—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында эшләй: 1962 йылдан ғилми эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1962—1967 йылдарҙа физик һәм аналитик химия кафедраһы мөдире.
1967 йылда ғалимға «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелә, 1975 йылда ул «СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы» билдәһен ала[2].
Борис Викторович Айвазов 2004 йылдың 15 июлендә Өфөлә вафат була.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Борис Айвазовтың ғилми тикшеренеүҙәре углеводородтарҙың түбән температураларҙа окисланыу механизмын һәм ҡаты ракета яғыулыҡтары ҡатнашмаһын анализлауға, химик процестарҙы өйрәнеүҙә инәүле атомдар ҡулланыуға, нефть дистилляттары һәм һауа составына ингән көкөртлө органик берләшмәләрҙе аныҡлау өсөн хроматографик анализ юлдарын ҡулайлаштырыуға арналған. Фәнни эҙләнеү мәғлүмәттәре ғалимдың 100-гә яҡын ғилми хеҙмәтендә һүрәтләнгән.
Ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Физико-химические константы сераорганических соединений. Мәскәү, 1964 (авторҙ.)
- Основы газовой хроматографии. Мәскәү, 1977
- Введение в хроматографию. Мәскәү, 1983
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1954)
- БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967)
- СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы (1975)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Айвазов Борис Викторович (Тикшерелеү көнө: 27 март 2021)
- ↑ Электронная библиотека «Научное Наследие России». Айвазов Борис Викторович 2021 йыл 26 ғинуар архивланған. (Тикшерелеү көнө: 27 март 2021)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Айвазов Борис Викторович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 март 2021)
- 30 мартта тыуғандар
- 1911 йылда тыуғандар
- 15 июлдә вафат булғандар
- 2004 йылда вафат булғандар
- Химия фәндәре кандидаттары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары
- Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Рәсәй физиктары
- СССР физиктары
- Алфавит буйынса химиктар
- Алфавит буйынса физиктар
- Рәсәй химиктары
- СССР химиктары
- XX быуат физиктары
- XXI быуат физиктары
- XX быуат химиктары
- XXI быуат химиктары
- Өфөлә вафат булғандар