Яҡупова Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы
Мәүлиҙә Яҡупова | |
![]() | |
Исеме: |
Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы Яҡупова |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: | |
Ижад йылдары: |
1971 |
Йүнәлеше: |
район һәм республика гәзиттәре |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Наградалары: |
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре |
Яҡупова Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы (25 ноябрь 1952 йыл) — журналист һәм дәүләт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк Һайлау комиссияһы Аппараты етәксеһе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы Яҡупова (ҡыҙ фамилияһы — Мөхәмәтҡолова) 1952 йылдың 25 ноябрендә Силәбе ҡалаһында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған.
1971—1992 йылдарҙа «Сибайский рабочий» гәзитендә хаттар бүлеге хеҙмәткәре, йәштәр бүлеге мөдире, гәзит мөхәррире була.
1992—1999 йылдарҙа «Известия Башкортостана» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе, хаттар һәм ижтимағи мәсьәләләр булеге мөдире.
1999—2001 йылдарҙа «Советская Башкирия — Известия Башкортостана» гәзитенең хәбәрселәр селтәре мөдире; «Республика Башкортостан» махсус сығарылыш мөхәррире;
2001—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президентының Берләшкән матбуғат хеҙмәте етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Мәғлүмәт идаралығының киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе; 2004—2008 — Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығының китап сығарыу бүлеге етәксеһе;
2008 йылдан Башҡортостан Республикаһының Үҙәк Һайлау комиссияһы Аппараты етәксеһе урынбаҫары.
Сибай ҡалаһына бәйле мәҡәләләр авторы.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Журналистар союзы идараһы ағзаһы (2015)
Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сибай — это навсегда./ — Уфа: Информреклама, 2005. — 592 с., 32 ил. — ISBN 5-94780-067-5( (рус.))
- От Урала до Балтики. / Автор—составитель Кудакаев Ф. Ш., Якупова М. М. — Уфа: Китап, 2012. (рус.)
Ваҡытлы матбуғатта баҫылған мәҡәләләре, уның менән әңгәмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Столица Башкирского Зауралья и в 60 лет остается молодой. Общественная электронная газета // Новости // Регион 102. 16.12.2015.[1]
- Аглиуллина Г. Будущее вытекает из достойного прошлого, или желаю журналистам и читателям найти друг друга. «Сибайский рабочий» гәзите, 2012, 29 март.[2]
Уның тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әмиров С. Журналистар Салауат Юлаев эҙенән. «Көнгәк» гәзите, 2013, 1 февраль.[3]
- «Письма с войны» связали Сибай и Североморск Через тридцать лет очерк журналиста становится фильмом (материал газеты «Республика Башкортостан»). «Viperson» сайты (Тикшерелеү көнө: 2 ғинуар 2016)
- Смотреть на мир улыбчиво! Совет городского округа город Сибай Республики Башкортостан. Официальный сайт. Новости[4] .
- Сибайская студия телерадиовещания. Официальный сайт
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы (2019)[5]
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997).
- Сибай ҡалаһы ҡала округының Маҡтау ҡағыҙы һәм «Ҡала алдындағы хеҙмәттәре өсөн» билдәһе (2015).[6]
- Мәүлиҙә Яҡупова «Сибай» энциклопедияһына индерелгән.[4]
- Мәүлиҙә Яҡупованың исеме «Журналисты России. XX—XXI» тигән энциклопедияға индерелгән (2015).[7]
Өҫтәлмә мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мәүлиҙә Яҡупованың бер туған апаһы — Мөхәмәтйәнова Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы (1.12.1950), 1998—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры[4].[8], Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы доценты.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Общественная электронная газета. 2015, 16 декабрь 2016 йылдың 8 март көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 ғинуар 2016)
- ↑ «Сибайский рабочий» гәзите, 2012, 29 март 2012 йылдың 10 май көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 ғинуар 2016)
- ↑ Мәләүез районының «Көнгәк» ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни гәзите сайты. Журналистар Салауат Юлаев эҙенән(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 2 ғинуар 2016)
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Совет городского округа город Сибай Республики Башкортостан. Официальный сайт. Новости (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 ғинуар 2016)
- ↑ УКАЗ ПРЕЗИДЕНТА РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ «О НАГРАЖДЕНИИ ГОСУДАРСТВЕННЫМИ НАГРАДАМИ РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 ноябрь 2022)
- ↑ Официальный сайт администрации городского округа город Сибай Республики Башкортостан. За заслуги перед городом (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 ғинуар 2016)
- ↑ Союз Журналистов Республики Башкортостан. Официальный сайт. Журналисты Башкирии вошли в энциклопедию «Журналисты России. XX—XXI». 22.12.20015 2016 йылдың 24 июнь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 ғинуар 2016)
- ↑ «Viperson» сайты. Мухамедьянова Галия Мухтаровна — биография (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 ғинуар 2016)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Viperson» сайты. Якупова Мавлида Мухтаровна — биография (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 ғинуар 2016)
- Центральная избирательная комиссия Республики Башкортостан. Официальный сайт 2016 йылдың 11 март көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 2 ғинуар 2016)
- Официальный сайт администрации городского округа город Сибай Республики Башкортостан (Тикшерелеү көнө: 2 ғинуар 2016)
- Совет городского округа город Сибай Республики Башкортостан. Официальный сайт (Тикшерелеү көнө: 2 ғинуар 2016)
- «Viperson» сайты. Мухамедьянова Галия Мухтаровна — биография (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 ғинуар 2016)
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сибай: энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — ISBN 978-5-88185-246-7.