Тезикова Татьяна Алексеевна
Тезикова Татьяна Алексеевна | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 25 ноябрь 1975[1] (48 йәш) |
Тыуған урыны | Салауат, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | спортсы |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 2000 |
Спорт төрө | Ауыр атлетика |
Тезикова Татьяна Алексеевна (25 ноябрь 1975 йыл) — спортсы. 1994—2000 йылдарҙа ауыр атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1995) һәм ауыр атлетика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры (1999). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1995).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Татьяна Алексеевна Тезикова (Лаврентьева) 1975 йылдың 15 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Салауат ҡалаһында тыуған. Урал физик культура академияһын тамамлай (1999). Стәрлетамаҡ физик культура техникумы (тренеры Д. Х. Исмәғилев) һәм «Каучук» спорт клубы (Стәрлетамаҡ; тренер П. И. Никитин) тәрбиәләнеүсеһе.
1993—2000 йылдарҙа Рәсәй Хәрби һауа көстәренең 464-се спорт-күнекмәләр үҙәге һәм Башҡортостан Республикаһының юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 59 кг-ға тиклемге ауырлыҡ категорияһында ырғымда һәм күтәреүҙә, 63 кг-ға тиклемге ауырлыҡ категорияһында ике төр ярышта Рәсәй рекордсыһы (барыһы ла — 1996 йылда).
Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсәй чемпионы (1995—96), Рәсәй Кубогы эйәһе (1994—1996).
- Европа чемпионаттарының көмөш (1995) һәм бронза (1996—1997) призёры, көмөш (1993, 1999, 2002) һәм бронза (1997, 2003).
- Рәсәй чемпионаттары призеры, көмөш (1997) һәм бронза (1992, 1998).
- Рәсәй Кубогы призёры.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1995),
- Рәсәйҙең ауыр атлетика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры (1999),
- Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1995).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тезикова Татьяна Алексеевна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- НАШИ ТЯЖЕЛОАТЛЕТКИ — ЛУЧШИЕ 2014 йыл 29 ноябрь архивланған.
- ЭНЦИКЛОПЕДИЯ БАШКИРИИ — ТЯЖЕЛАЯ АТЛЕТИКА