Эстәлеккә күсергә

Бикбаев Йәүҙәт Мансур улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бикбаев Йәүҙәт Мансур улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 25 ноябрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Собханғол, Өршәк ауыл Советы (Ауырғазы районы), Ауырғазы районы, СССР
Вафат булған көнө 7 сентябрь 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (68 йәш)
Һөнәр төрө инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Эш урыны Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Бикбаев Йәүҙәт Мансур улы (25 ноябрь 1926 йыл7 сентябрь 1995 йыл) — инженер-механик. Техник фәндәре кандидаты (1970), профессор (1993). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1978), юғары мәктәп уҡытыусыһы.

Йәүҙәт Мансур улы Бикбаев 1926 йылдың 25 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы) Собханғол ауылында тыуа[1].

1949 йылда Өфө авиация институтын (хәҙер Өфө дәүләт авиация техник университеты) тамамлай[2]

1953 йылдан алып Өфө авиация техникумында уҡытыусы, 1958—1960 йылдарҙа Өфө электромеханика техникумы директоры урынбаҫары булып эшләй[2]

1971 йылдан Өфө авиация институтында эшләй: 1973 йылдан — киске һәм ситтән тороп уҡыу буйынса проректор. 1979 йылдан башлап Мәскәү технология институтының Өфө филиалында (2002 йылдан Өфө дәүләт сервис институты): филиал директоры вазифаһында була. Чернышевский урамында институттың яңы уҡыу-лаборатория корпусы күбеһенсә техник фәндәр кандидаты, доцент Йәүҙәт Мансур улы Бикбаевтың тырышлығына күрә төҙөлә[3]. Бер үк ваҡытта көнкүреш машиналары һәм аппараттары кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара, 1985 йылдан алып машиналар эшләү технологияһы кафедраһы мөдире[1]. Тап ошо ваҡытта Мәскәү технология институтының Өфө филиалына Өфө авиация институтының бик күп уҡытыусылары эшкә күсә[3]

Бикбаев Йәүҙәт Мансур улы 1995 йылдың 7 сентябрендә Өфөлә вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни хеҙмәттәре электрохимик аныҡ эшкәртеү, синтетик алмасты ҡулланыу һәм уның ярҙамында ҡырҡыусы инструменттарҙы үткерләү проблемаларына арналған. 20‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.(83437)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1986).