Геоботаника

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Геоботаника
Commons-logo.svg Геоботаника Викимилектә
Ботаника бүлеге

Геоботаника


Тикшеренеү обьекттары

Үҫемлектәр · Һыу үҫемлектәре
Бәшмәктәр һ.б.…

Ботаника бүлектәре

Альгология · Үҫемлектәр анатомияһы · Бриология · Геоботаника · Үҫемлектәр географияһы · Дендрология · Диаспорология · Карпология · Лихенология · Микогеография · Микология · Морфология растений · Палеоботаника · Палинология · Үҫемлектәр систематикаһы · Үҫемлектәр физиологияһы · Фитопатология · Флористика · Үҫемлектәр экологияһы · Этноботаника

Билдәле ботаниктар

Теофраст
Жозеф Питтон де Турнефор
Карл Линней
Адольф Генрих Густав Энглер
Армен Леонович Тахтаджян
һәм башҡалар…

Тарих

Ботаника тарихы
Ботаника буйынса билдәле китаптар
Ботаник иллюстрация

Геоботаника (бор. грек. γῆ «ер» + βοτανικός «ҡараған үҫемлек»), йәки фитоценология, йәки фитосоциология — биологияның ботаника, география һәм экология фәндәре сигендә ятыусы бүлеге. Был Ер шарының бөтә үҫемлектәр донъяһы тураһында, ундағы барлыҡ үҫемлек бергәлектәре (фитоценоз), уларҙың составы, структураһы, биләгән ерендә һәм ваҡыт арауығында динамикаһы тураһында фән.

Терминология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Илебеҙҙең фән донъяһында геоботаника һәм фитоценология синоним һүҙҙәр итеп ҡарала[1]. Ике атама ла йәнәш ҡулланыла һәм киң таралған. «Геоботаника» термины үҫемлектәр япмаһын киңлек (география) аспектынан сығып өйрәнә. Үҫемлек бергәлектәрен Ерҙәге физик-географик факторҙар (тупраҡ, рельеф, климат һәм башҡалар) менән бәйләнештә ҡарай.

«Фитоценология» үҫемлектәр япмаһын локаль аспектта — айырым фитоценоз, йәки микроландшафт миҫалында өйрәнә. Үҫемлек бергәлегенең төр составын, төҙөлөшөн, динамикаһын, үҙгәреүсәнлеген эволюцияһын тикшерә.,

«Геоботаника» термины 1866 йылда бер үк ваҡытта урыҫ ботанигы һәм тупраҡ белгесе Ф. И. Рупрехт (1814—1870) һәм австрия ботанигы Гризебах А. (1814—1879) тарафынан тәҡдим ителә.

«Фитоценология» терминын фәнгә 1918 йылда австриялы . Х. Гамс[2] индерә.

Өйрәнеү предметы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Геоботаника өйрәнеү объекты булып үҫемлектәр япмаһы тора . Үҫемлектәр япмаһы, бер яҡтан, флораны, ә икенсе яҡтан — үҫемлек бергәлеген, йәғни, фитоценоздар йыйылмаһын үҙ эсенә ала.

Фитоценоз — үҫемлек бергәлектәренең улар биләгән арауыҡтарҙағы берәмеге булып тора.

Фитоценоз үҙенең флора составы, структураһы һәм ундағы үҫемлек -ара мөнәсәбәттәре бер төрлө булыуы менән характерлана.

Ер өҫтөнөң айырым төбәгендәге йәки айырым районындағы фитоценоздар йыйылмаһы үҫемлектәр донъяһы тип атала (мәҫәлән, Европаның үҫемлектәр донъяһы, Мәскәү өлкәһенең үҫемлектәр донъяһы…).

Геоботаникала төп таксономик берәмек булып үҫемлектәр ассоциацияһы тора. Ф. Лейсле буйынса "ассоциация — үҫемлектәр япмаһының иң ваҡ, (физиономияһы) тышҡы күренеше менән асыҡ айырылып торған берәмеге. Йәғни, үҫемлектәр япмаһының шарттары оҡшаш һәм тышҡы күренеше, төҙөлөшө, төр составы бер төрлө булған урындары йыйылмаһы[3].

Шулай итеп, ассоциация — бер-береһенә оҡшаш булған үҫемлек бергәлектәре.

Фитоценоздар ассоциациялары үҙҙәренә хас билдәләре менән айырыла — төр (флора) составы, ярустары, төрҙәренең күплеге һәм һанлата нисбәте, шулай уҡ, ерҙе каплау майҙаны (проективное покрытие). Ассоциацияларҙы ассоциациялар төркөмдәренә, ассоциациялар төркөмдәрен — формация кластарына һәм үҫемлектәр донъяһы типтарына берләштерәләр.

Үҫемлектәр япмаһы төҙөлөшөнең концепцияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XX быуатта фитоценология үҫешендә үҫемлектәр япмаһы төҙөлөшө тәбиғәте тураһында ике ҡапма-концепция хас була.

Был концепцияға бәйле үҫемлектәрҙе өйрәнеү буйынса төрлө юлдар һайлана.

Беренсе концепция үҫемлектәр япмаһы реаль, үҙ тарихи булған, бер-береһенән сикләнгән дискрет берәмектәрҙән тора һанай. Был концепция 1910—1950 йылдарҙа, фитоценология үҫешенең тәүге осоронда киң таралыу ала. Ул осор күренекле геоботаниктар Клементс (АҠШ) һәм В. Н. Сукачева (Рәсәй) исемдәре менән бәйле. Был концепция үҫемлек бергәлектәрнә билдәле бер структураһы һәм динамикаһы булған организм кеүек итеп ҡарай.

Икенсе концепция — континуализм концепцияһы. Был концепция фитоценоздарҙы яһалма, шартлы рәүештә бүлеп ҡаралған төркөмдәр итеп ҡарай.

1950 йылдарҙан яңы концепция дискретлыҡ концепцияһын ҡыҫырыҡлап сығара башлай. Уның башланғысы булып урыҫ ғалимы Л. Г. Раменскийҙың 1910 йылда тәҡдим иткән индивидуалистик гипотезаһы тора.

Гипотеза буйынса һәр төрҙөң мөхит менән, башҡа төрҙәрҙеке менән тап килеп бөтмәгән, үҙенә генә хас мөнәсәбәте һәм экологик амплитудаһы була (йәғни, тәбиғәттә һәр төр «индивидуаль» бүленгән). Һәр үҫемлектәр бергәлеген ундағы мөхит шарттарында экологик амплитудалары ҡаплана алған төрҙәр барлыҡҡа килтерә.

Ниндәйҙер бер йәки бер төркөм факторҙарҙың алмашыныуы бер төрҙәрҙең ҡыҫырыҡланып сығарылыуына, әкренләп икенсе төрҙәр менән алмашыныуына, бергәлектәрҙең типтары алмашыныуға килтерә.

Һәр төрҙөң экологик амплитудаһы үҙенә бер төрлө генә булғанлыҡтан, бергәлектәрҙең алмашыныуы синхрон ғына бармай. Мөхит үҙгәреүенә ярашлы яйлап ҡына үҙгәрә бара. Шуға аныҡ структураһы һәм динамикаһы булған бергәлек була алмай..

Бөгөнгө көндә ғалимдар үҫемлектәр япмаһын дискретлыҡтың һәм континуаллектең ҡатмарлы берҙәмлеге итеп ҡарай. Бореаль һәм суббореаль урмандарҙа дискретлыҡ дәрәжәһе арта. Туғайлыҡтарҙа, далаларҙа, тропик урмандарҙа дискретлыҡ кәмей, континуаллек дәрәжәһе арта.

Разделы геоботаники[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Географическое распространение растений

(карта из «ЭСБЕ» составленная в начале XIX века)
  • дөйөм геоботаника
    • үҫемлектәр бергәлеге структураһын өйрәнеү
    • өйрәнеү үҫемлектәр бергәлеге динамикаһын (синдинамика) өйрәнеү
    • үҫемлек бергәлектәрен классификациялау (синтаксономия)
    • геоботаник районлаштырыу һәм картография ;
    • фитоиндикация йәки индикацион геоботаника— үҫемлектәр ярҙамында мөхит факторҙарын индикациялау
  • шәхси геоботаника
    • тундроведение
    • болотоведение
    • лесоведение
    • луговедение
    • арид биләмәләрҙең үҫемлектәре
    • һыу ятҡылыҡтары үҫемлектәре

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Геоботаника тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дәреслек һәм уҡыу әсбаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Быков Б. А. Геоботаника. — Алма-Ата: Наука, 1978. — 287 с.
  • Вальтер Г. Общая геоботаника. — М.: Мир, 1982. — 261 с.
  • Воронов А. Г. Геоботаника: Учеб. пособие для ун-тов и пед. ин-тов — 2-е изд., испр. и доп. — М.: Высшая школа, 1973. — 384 б. — 18000 экз.
  • Ипатов В. С., Кирикова Л. А. Фитоценология. — СПб.: Изд-во СПбГУ, 1998. — 314 с.
  • Миркин Б. М., Наумова Л. Г., Соломещ А. И. Современная наука о растительности. — М.: Логос, 2001. — 264 с.
  • Одум Ю. Основы экологии. — М.: Мир, 1975.
  • Основы лесной биогеоценологии. — М.: Наука, 1964.
  • Работнов Т. А. Фитоценология. — М.: Изд-во МГУ, 1983. — 292 с.
  • Работнов Т. А. Фитоценология. — М. Изд-во МГУ, 1992. — 352 с.
  • Работнов Т. А. История фитоценологии: Учебное пособие — М.: Аргус, 1995. — 158 б. — 1000 экз. — ISBN 5-85549-074-2.
  • Толмачёв А. И. Введение в географию растений: (лекции, чит. студентам Ленингр. ун-та в 1958—1971 гг.). — Л.: Изд-во ЛГУ, 1974. — 244 с.
  • Ярошенко П. Д. Геоботаника. — М.; Л.: Изд-во АН СССР, 1961. — 474 с.
  • Ярошенко П. Д. Геоботаника. — М.: Просвещение, 1969. — 200 с.

Геоботаник тикшеренеү методикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Александрова В. Д. Изучение смен растительного покрова. М.- Л.: Наука. 1964. Т. 3. С. 300—447.
  • Василевич В. И. Статистические методы в геоботанике. — Л.:. Наука, 1969. — 232 с.
  • Викторов С. В., Востокова Е. А., Вышивкин Д. Д. Краткое руководство по геоботаническим съёмкам. — М., 1959.
  • Грейг-Смит П. Количественная экология растений. — М.: Мир, 1967.
  • Злобин Ю. А. Принципы и методы изучения ценотических популяций растений. — Казань, 1989. — 147 с.
  • Методы выделения растительных ассоциаций. — Л.: Наука, 1971.
  • Программа и методика биогеоценологических исследований. — М.: Наука, 1974. — 403 с.
  • Раменский Л. Г. Проблемы и методы изучения растительного покрова. — Л.: Наука, 1971. — 334 с.
  • Розенберг Г. С. Модели в фитоценологии. — М.: Наука, 1984. — 265 с.
  • Федорук А. Т. Ботаническая география. — Мн.: БГУ, 1976. — 224 с.
  • Цыганов Д. Н. Фитоиндикация экологических режимов в подзоне хвойно-широколиственных лесов.

Теоретик фитоценология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Александрова В. Д. Единство непрерывности и дискретности в растительном покрове // Философские проблемы современной биологии. — М.-Л.: Наука, 1966. — С. 191—205.
  • Алехин В. В. Теоретические проблемы фитоценологии и степеведения. — М.: МГУ, 1986. — 213 с.
  • Блюменталь И. Х. Очерки по систематике фитоценозов. — Л., 1990. — 224 с.
  • Василевич В. И. Очерки теоретической фитоценологии. — Л.: Наука, 1983. — 248 с.
  • Миркин Б. М. Закономерности формирования растительности речных пойм. М.: Наука, 1974.
  • Миркин Б. М. Теоретические основы современной фитоценологии. — М.: Наука, 1985.
  • Миркин Б. М. Теория и практика фитоценологии. — М.: Знание, 1981. — 64 с. — (Новое в жизни, науке, технике. Сер. «Биология»; № 7).
  • Миркин Б. М., Розенберг Г. С. Фитоценология: принципы и методы. — М.: Наука, 1978. — 212 с.
  • Общие проблемы фитоценологии. — М.: Наука, 1980.
  • Работнов Т. А. Экспериментальная фитоценология. — М.: Изд-во МГУ, 1987. — 160 с.
  • Разумовский С. М. Закономерности динамики биогеоценозов. — М.: Наука, 1981. — 231 с.
  • Уиттекер Р. Сообщества и экосистемы. — М.: Прогресс, 1980. — 327 с.

Һүҙлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Геоботаника тарихы
  • Үҫемлектәр географияһы

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Геоботаника // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах — СПб., 1907—1909.
  2. Бекетов А. Н. Гео-ботаника // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. Лейсле В. Ф. Ботаника [Текст]: учебник — М.: Высшая школа, 1966. — Б. 321.

Ссылки[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]