Урал алды
Урал алды | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Пермь крайы[1], Башҡортостан Республикаhы, Удмурт Республикаһы һәм Ырымбур өлкәһе |
Урал алды — Уралдың көньяҡ битләүҙәренә тоташып ятҡан биләмә. Башлыса, Печора һәм Кама (Сулман) йылғалары бассейндары, Көнсығыш-Европа тигеҙлегенең ситке өлөшө.
Урал алды Пермь крайы, Башҡортостан, Удмуртия һәм Ырымбур өлкәһендә урынлашҡан.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урал алдының төньяҡ өлөшөндә Печора уйһыулығы урынлашҡан. Көньяҡтараҡ Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы ята һәм башҡалар. Урал алдының күп өлөшөн ылыҫлы урмандар алып тора. Көньяҡтараҡ япраҡлы ағастар менән ҡушылған, ҡайһы бер урындарҙа япраҡлы ағастар күпселек ерҙәрҙе ҡаплаған. Төньяҡ ситтәрҙә — тундра. Көньяҡ ситтәрҙә далалар, улар күп урындарҙа һөрөлгән. Урал алдында нефть, тәбиғи газ, ташкүмер ҙур ятҡылыҡтары бар (Тиман-Печора нефть — газ бассейны, Волга-Урал нефть һәм газлы өлкәләренең көнсығыш өлөшө.
Башҡорт Урал алдының барлыҡҡа килеүенә магматик һәм метаморфик тоҡомдарҙан торған боронғо докемберий нигеҙ булып тора. Фундаменттың өҫкө ҡатламы Татар, Пермь-Башҡорт һәм Ырымбур көмбәҙенән (йыйылмаларынан) тора. Уларға ер өҫтөнөң түбәндәге рельефтары тура килә: конус һымаҡ остансалар менән бүлгеләнгән Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы (диңгеҙ кимәленән200-450 метр), Стәрлебаш-Федровка ҡалҡыулығы, Дөйөм Һырттың тәпәш убалары менән Төньяҡ армыттары (диңгеҙ кимәленән 300—500 метр), Кама-Әй тигеҙлеге, Әй буйы тигеҙлеге(диңгеҙ кимәленән 200—350 метр).
Урал алдында аҙ һыулы аҡмай ятҡан, ҡайһы бер ерҙә яй ғына аҡҡан күлдәр һәм йылғалар (ҡушылдыҡтары менән Кама, Печора һәм Ағиҙел) бик күп.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ямалов С. М., Баянов А. В., Мулдашев А. А. Разнообразие степных сообществ Предуралья Республики Башкортостан и вопросы их охраны. Вестник Башкирского университета. 2012. Т. 17. № 4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирское Предуралье. Энциклопедия Башкирии.
- Зональные подразделения растительного покрова на прилегающих к Уралу равнинах и их горные аналоги.
- ↑ 1,0 1,1 GEOnet Names Server — 2018.