Сәйғәфәров Әмир Зәкир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сәйғәфәров Әмир Зәкир улы
 

Әмир Зәкир улы Сәйғәфәров — (1935), педагог, партия органдары һәм хужалыҡ эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәтсе. 1975—1982 йылдарҙа Баймаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесе. Сығышы менән ошо райондың Ишбирҙе ауылынан.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әмир Зәкир улы Сәйғәфәров Баймаҡ районы Күсей ауыл советының Ишбирҙе ҡасабаһында (шул уҡ исемле рудник) 1935 йылдың 16 майында тыуған. Атаһынан йәшләй етем ҡала.

Мин 1941 йылдың 22 июнь көнөн асыҡ хәтерләйем. Минең атайым Мөхәмәтзакир Ғәббәс улы көн һайын ауылдаштары менән хәрби күнекмәләр үткәрә ине. Өлкән йәштәге ағайҙар ағас мылтыҡтар һәм ҡылыстар тотоп шөғөлләнә торғайны, әбеҙ, бала-саға, ҡыҙыҡһынып күҙәтәбеҙ. Был көндө ул күнекмә үткәрмәне. Ир-егеттәр әллә ҡайҙа булды. Оҙаҡ ҡына ваҡыт үткәс, атайым ҡайтты, әсәйем, күҙ йәштәрен әкрен генә һөртә-һөртә, төйөнсөк әҙерләне. Атайым һуғышҡа киткәндә миңә 6, һеңлем Мөнирәгә 2 генә йәш ине. Атайым Донецк өлкәһендә барған ҡаты алыштарҙың береһендә һәләк булды

Ишбирҙе ете йыллыҡ мәктәбен тамамлаған Әмир Сәйғәфәровҡа мәктәп директоры Темәс педучилищеһына уҡырға инергә кәңәш итә. Унда уҡыған йылдарында Әмир тарих фәне менән, бигерәк тә крайҙы өйрәнеү менән ҡыҙыҡһына башлай. Темәстә бит һәр таш, һәр уба тарих һөйләй тиерлек. Тыуған төйәгенең үткәнен, топонимикаһын өйрәнеү менән етди шөғөлләнә ул.

1954 йылда Темәс педучилищеһын тамамлаған 12 егет һәм ҡыҙ йүнәлтмә буйынса Силәбе өлкәһенең Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарына ебәрелә.

Әмир Зәкир улы, поезға ултырып, Ҡоншаҡ районына килә. Район мәғариф мөдире Низамов уны төпкөл Мортаза ауылына уҡытырға тәғәйенләй[1].

Хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ике комплектлы Мортаза башланғыс мәктәбендә Сәйғәфәров Әмир 2-4 кластарҙы уҡыта, бер үк ваҡытта мәктәп мөдире вазифаһын да башҡара.

Яңы уҡытыусының эше менән район мәғариф бүлегенән инспектор килеп тикшерә, һәм йәш уҡытыусының эше менән ҡәнәғәтлек белдерә.

Әмир Зәкир улы яңы уҡыу йылына килеү менән, Сураҡ ете йыллыҡ мәктәбенә директор итеп ҡуйылған әлеге инспектор уны үҙенең мәктәбенә саҡыра.

Бында йәш белгес география, физкультура дәрестәрен алып бара, класс етәксеһе була. Был ауылдың кешеләре, Башҡортостан ерлегенән айырылып йәшәгәнлектән, башҡорт әҙәби телен өйрәнә алмай, үҙ диалекттарында һөйләшә. Ата-әсәләр йыйылышында ул башҡорт балаларына туған телде уҡытыу ихтыяжы барлығын аңлата, кеше үҫешендә матбуғат ҙур роль уйнауын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Гәзит-журналдарға әүҙем яҙылырға, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға өндәй.

Шул осорҙан башлап, Сәйғәфәров Әмир Зәкир улы матбуғат менән дуҫлаша, район, республика гәзит-журналдарында үткер мәҡәләләре менән сығыш яһай.

Бер йылдан уны Сураҡ мәктәбенең директоры урынбаҫары итеп ҡуйырға торғанда, уға әрме хеҙмәтенә саҡырыу килә. Ҡоншаҡ районының хәрби комиссары Краснобаев уны Свердловск танк училищеһына инергә димләй.

Әммә Әмир Закир улы уҡытыусы хеҙмәтенә хыянат иткеһе килмәй. Алыҫ Көнсығыштағы Уссури йылғаһы буйындағы Сихотэ-Алинь тауҙары итәгендә урынлашҡан часҡа, танк полкына, эләгә.

Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Баймаҡ районы Таулыҡай ете йыллыҡ мәктәбендә, һуңынан, 1962 йылдан, Казанка мәктәбендә эшләй.

Башҡорт дәүләт университетының география факультетын уңышлы тамамлай.

1965 йылдан Сәйғәфәров Әмир Зәкир улы совет һәм партия эшендә. Элекке Сибай совхозының Ирәндек, Шверник, Күсей һәм Төйәләҫ бүлексәләренән төҙөлгән яңы «Ирәндек» совхозына партия комитеты секретары итеп тәғәйенләйҙәр.

Совхоз территорияһына ике ауыл Советы, 14 ауыл инә. Эре хужалыҡтың 14 мең гектар һөрөнтө ере, 11 фермаһы, ҙур машина-трактор паркы була. Бер нисә биш йыллыҡ йөкләмәләрен уңышлы үтәү һөҙөмтәләре буйынса совхоз КПСС Үҙәк Комитетының һәм СССР Министрҙар Советының Күсмә Ҡыҙыл Байрағы менән бүләкләнә. Әмир Закир улы Сәйғафаров 1971 йылда «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.

1971 йылдың февралендә Баймаҡ районы партия комитетының пропаганда һәм агитация мөдире, октябрҙән ойоштороу бүлеген етәкләй. Әмир Сәйғәфәровты КПСС раон комитеты бюро ағзаһы итеп һайлайҙар. Был йылдарҙа районда социаль инфраструктура төҙөлөшө киң йәйелдерелә.

Сәйғәфәров Әмир Зәкир улы 1975 йылдан алып, һигеҙ йылға яҡын Баймаҡ район Советы халыҡ депутаттары башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй. Баймаҡ районы Бөтә Союз социалистик ярышта еңеп, диплом менән бүләклән. Ауылдарҙа йорт хужалығын өлгөлө алып барыу, төҙөкләндереү буйынса ярыштар, конкурстар ойшторола. Был йылдарҙа Ә.З.Сәйғәфәров Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм икенсе «Почёт Билдәһе» ордендарына (1981) лайыҡ була.

1982 йылда уны 545-се ПМК начальнигы итеп ҡуялар.

Бер йылдан ул үҙ һөнәренә кире ҡайтарыуҙарын үтенә һәм Әмир Зәкир улы яңынан мәғарифҡа ҡайта, Баймаҡ мәктәп-интернатын етәкләй.

Бында ете йыл эшләгән осорҙа Сәйғәфәров Әмир Зәкир улы мәктәп-интернаттың матди-техник базаһын нығытыуға айырыуса етди иғтибар бирә. РТП, АТП, ДСУ, «Сельхозхимия», «Һаҡмар» колхозы етәкселектәре һ.б. менән шефлыҡ ярҙамы тураһында килешеүҙәр төҙөй. Мәктәп-интернат эргәһендә малсылыҡ фермаһы, емеш-еләк баҡсаһы, районда беренсе ҡышҡы теплица булдырыла. Балаларға, тыуған яҡтың топонимикаһын, матур һәм бай тәбиғәтен, иҫтәлекле урындарын өйрәнеү менән бергә тулайым ял ойоштороу маҡсатында, директор Һаҡмар буйында йәйге лагерь асыуға өлгәшә. Район биләмәләренә, унан ситтә ятҡан төрлө мөйөштәргә экскурсиялар, походҡа сығыу традицияһы нығына[2].

1989 йылда Әмир Зәкир улын 1-се Баймаҡ урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Әммә унда оҙаҡ эшләргә тура килмәй, тағы совет-партия эшенә әйләнеп ҡайта.

1990 йылдан Баймаҡ ҡала Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары, 1991 йылдан — район Советы етәксеһе.

1992 йылдан — Баймаҡ район-ҡала хакимиәте башлығының социаль-гуманитар мәсьәләләр буйынса беренсе урынбаҫары.

Ғүмеренең күп йылдарын педагогик хеҙмәткә бағышлаған Сәйғәфәров Әмир Зәкир улына «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» исеме бирелә.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күңеле менән уҡытыусы булып ҡалған Ә. З. Сәйғәфәровты район башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе һайлайҙар.

1997 йылда хаҡлы ялға китһә лә, Әмир Зәкир улы Сәйғәфәров ижад эшенә тотона. Йәмәғәтселек хәбәрсеһе булараҡ, район гәзиттәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.

Батыр Вәлид исемендәге әҙәби премия лауреаты (2003), материалды яңыса бирә белеүе, фәннилеге, документаллеге менән айырыла, уның күп хеҙмәттәре тарихтың «аҡ таптарын» асыуға бағышланған.

Ә. З. Сәйғәфәровтың ижади ҡумтаһында «Баймакский край» (Р. Үтәғолов һәм А. Баһуманов менән авторҙаш) тип аталған энциклопедик характерҙағы бик мөһим крайҙы өйрәнеү хеҙмәте бар. Был китаптың төп өлөшө Әмир Закир улының арымай-талмай Өфө, Ырымбур, Орскт һ. б. архивтарында ҡаҙыныу һөҙөмтәһе.

Ә. З. Сәйғафаровтың: «Баймаҡ һәм и баймаҡтар» китабы, «На страже здоровья. Баймакский район и этапы развития и становления здравоохранения», «Бурзянский род», «450 лет вместе с Россией», «Развитие общего образования» документаль-тарихи баҫмалары, «Дәрдмәнд: ижад сығанаҡтары — Ирәндектә» һ.б. китаптары, үҙенең фәнни нигеҙләнгәнлеге, фекер тәрәнлеге, теленең байлығы менән күренекле яҙыусыларҙың документаль әҫәрҙәре менән сағыштырырлыҡ. Интеллектуаль-лирик проза, шул уҡ ваҡытта ғилми тикшеренеүҙәргә таянып эшләнгән документалистика һәр ваҡыт үҙенсәлекле нәфислеге менән айырыла һәм уҡыусы уны ыңғай ҡабул итә. Авторҙың үҙенә генә хас стилистикаһы һәм донъяға ҡарашы күҙгә ташлана.

Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының Почётлы гражданы Ә. З. Сәйғәфәров райондың йәмәғәт-сәйәси һәм мәҙәни сараларында әле лә әүҙем ҡатнаша.

Тел, тарих, крайҙы өйрәнеү буйынса мәғрифәтселек хеҙмәте өсөн Ә.З. Сәйғәфәровты 2010 йылда Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы «Халыҡ таныуы», ә 2013 йылдың 5 декабрендә Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» («За просвещение народа») махсус миҙалы менән бүләкләнә.

Ябай халыҡ араһында власть кешеләрен йыш ҡына «функционер», «бюрократ», тип атайҙар, йәнәһе, улар ҡағыҙ үтә шәхес күрмәйҙәр. Әмир Закир улы үҙ абруйын бер ҡасан да төшөрмәне: ул ябай халыҡ ихтыяжы һәм хәстәрлеге менән йәшәне.

Тормошта ла ул ябай, ихлас, ҡунаҡсыл, егәрле хужа, яғымлы олатай булып ҡала. Тормош иптәше Гүзәл Абдрахман ҡыҙы менән ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр, әлеге көндә ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә ҡыуанып йәшәйҙәр.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре
  • Баймаҡ районының Батыр Вәлид исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2003)
  • ике «Почёт Билдәһе» ордены (1971, 1981)
  • Батыр Вәлид исемендәге әҙәби премия лауреаты (2003)
  • Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының почётлы гражданы
  • «Ал да нур сәс халҡыңа» махсус миҙалы (2013)

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1. Баймакский край : Энцикл. и краевед. изд. / Амир Сайгафаров, Рамазан Утягулов. — Уфа : Китап, 2002. — 330 с., [1] л. цв. карт. : ил., портр., факс., цв. ил., портр.; 22 см; ISBN 5-295-03157-8 2.Ер-һыу атамалары.(Топонимика Баймакского района).Өфө,2004;

3.Бөрйән ырыуы (Бурзянский род).Өфө,2008;

4.450 лет вместе с Россией. Баймак,2007;

5.На страже здоровья. Этапы развития и становления здравоохранения. Сибай,2007;

6.Развитие общего образования. Баймакский район. Магнитогорск,2009;

7.Дәрдмәнд. Ижад шишмәһе Ирәндектән (Дэрдмэнд. Истоки творчества- на Ирандыке). Баймак,2009;

8.Ир иңендә ил ғәме. Баймаҡ,2010;

9.Илһөйәр һәм ғәййәр олатайҙарыбыҙ 1812 йылғы Ватан һуғышында. Баймаҡ,2012;

10.Иҫәнбәт-Сураш батыр ейәндәре төйәге. (Исянбетово- родина потомков Сураш батыра). Сибай,2015.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://baimak.bashkortostan.ru/district/honorary/442/
  2. Ә.З.Сәйғафаров. Ер-һыу атамалары.(Топонимика Баймакского района). Өфө,2004