Сихотэ-Алинь
Сихотэ-Алинь | |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Хабаровск крайы һәм Приморье крайы |
Иң юғары нөктә | Тордоки-Яни[d] |
Ойошма ағзаһы | Кеше һәм биосфера[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 2090 метр |
Эра | Аҡбур осоро |
Оҙонлоҡ | 1350 km |
URL биосферного заповедника ЮНЕСКО | unesco.org/mabdb/br/brdi… |
Сихотэ-Алинь Викимилектә |
Сихотэ-Алинь — Алыҫ Көнсығышта Хабаровск һәм Приморье крайҙары биләмәләрендә урынлашҡан. Тымыҡ океан билбауының мезозой йыйырсаларында ятҡан вулканлы ялан өлкәһе. Амур йылғаһы бассейны өсөн — көнбайышта, Япон диңгеҙе һәм Татар боғаҙы йылғалары өсөн көнсығышҡа һыу айырғыс булып тора. Йәйрәп ятҡан Тауҙар көньяҡ Приморьенан (Находка ҡалаһы янынан) Хабаровск крайының төньяғында (Николаевск-на-Амуре ҡалаһы) Амур йылғаһы тамағына тиклем.
Сихотэ-Алинь тауҙарында бер нисә эре һаҡланыусы тәбиғәт зонаһы урынлашҡан, шул иҫәптән «Анюйский» милли паркы, Ботчинский дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, Л. Г. Капланов исемендәге Лазовский дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, Сихотэ-Алин дәүләт биосфера ҡурсаулығы .
Геологик төҙөлөшө һәм рельефы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙонлоғо — 1200 км, киңлеге 250 км-ға тиклем, максималь бейеклеге —2090 м (Тордока-Яни тауы), шулай уҡ, Ко тауының(2003 м) бейеклеге лә диңгеҙ кимәленән 2 км-ҙан ашып китә.Иң бейек түбәһе ун исемлеге:
№ | Тауҙар | Диңгеҙ кимәленән бейеклеге (м) | Урыны |
---|---|---|---|
1 | Тордок-Яни | 2090 | Хабаровск крайы, Нанайский районы |
2 | Коралы | 2003 | Хабаровск крайы, Лазо исемендәге район |
3 | Яко | 1955 | Хабаровск крайы, Совет-Гавана районы |
4 | Аник | 1933 | Приморье крайы, Пожарский районы |
5 | Дурхэ | 1903 | Хабаровск крайы, Лазо исемендәге район |
6 | Болот | 1855 | Приморье крайы, Чугуевский районы |
7 | Болотная | 1814 | Приморье крайы, Пожарский районы |
8 | Юлдаш | 1805 | Хабаровск крайы, Лазо исемендәге район |
9 | Киҫкен | 1788 | Приморье крайы, Тернейский районы |
10 | Арсеньев | 1757 | Приморье крайы, Пожарский районы |
Сихотэ-Алиндың (Приморьела) көньяҡ өлөшө урман менән ҡапланған йоморо йәки дөрөҫ формалағы тау түбәләренән тора. Төньяҡ Сихотэ-Алинь ландшафты буйынса ҡырҡа айырылып тора. Рельефы тайга үҫемлектәре менән ҡапланған ныҡ телгеләнгән тау теҙмәләренән ғибәрәт. Тау-таш өйөмдәренән торған ҡаялар, шишмә йәки йылғалар йырып үткән тәрән уйпаттар тора
Ҡағиҙә булараҡ, Сихотэ-Алиндағы иң юғары тау түбәләре ҡырҡа һыҙатланышлы һындары (төҙөлөшө) менән айырылып торалар. Шулай уҡ, тау баштары киң арауыҡта эреле-ваҡлы таш һибелмәләре менән ҡапланған. Рельефе ныҡ емерелгән цирк һәм боҙ-ҡала харабаларын хәтерләтә (кары горного оледенения). Шундайҙарҙан оҙонсай түңәрәк, дөрөҫ формалағы ике тәбиғи ҡоролма был рельефтың сағыу миҫалы булып тора. Улар Иннокентьевский артылышынан 7 км көньяҡтараҡ (диаметры 12,5 км) һәм Ванино артылышынан 6 км көнбайыштараҡ (8 км диаметрлы) урынлашҡан.
Ҡомташ-һәүерташ тоҡомдарынан торған ҡатламдар күп һанлы ҡатҡан магма тау тоҡомдары менән йырғысланып бөткән (интрузия). Һөҙөмтәлә, бында алтын, ҡурғаш һәм полиметалдар ятҡылыҡтары бар. Сихотэ-Алинь сиктәрендәге тектоник уйпаттарҙа һоро күмер һәм ташкүмер ятҡылыҡтары .ята.
Тау алдарында базальт плато урындары булыуы ғәҙәти хәл. Миҫал өсөн. Совет Гаваны ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа яҡынса 70 километрға һуҙылған Совгаван ҡалҡыулығын килтереп була. Совет-Гавань ҡалҡыулығы, нигеҙҙә ялпаҡ түбәле һәм һөҙәк битләүле ҙур ғына убаларҙан тора. Рельефы аҡрынлап диңгеҙ кимәленән күтәрелә бара: 300 метр тирәһенән 800—900 метр тиклем. (Был болоттарҙың түбәнге ярусынан күпкә юғары кимәл). Плато урындары төп һыу айырғыс яйлаларында ла осрай. Иң ҙуры — Зевин платоһы. Ул Бикин йылғаһының һәм Татар боғаҙына ҡойған йылғаларҙың үрендәге һыу айырғыста урынлашҡан. Сихотэ-Алинь һыртының көнсығышы һәм көньяғы текә битле уртаса ҙурлыҡтағы тау һырттарынан ғибәрәт. Көнбайышы күп һанлы буйға һуҙылған үҙәндәрҙән һәм соҡорҙарҙан тора. 900 метрҙан ашыу бейеклектәрҙә — яланғас түбәләр.
Дөйөм алғанда, Сихотэ-Алиндың ҡабырға яҡтан күренеше асимметрик: көнбайыш битләүе көнсығыш битләүенә ҡарағанда ҡарағанда ҙур һәм һөҙәгерәк. Шуға ярашлы, көнбайыш ағымдағы йылғалар оҙонораҡ.
Сихотэ-Алинь биләмәләрендә юғары дәрәжәлә ҡурҡыныс лава сығанаҡтары юҡ. Тик Бикин, Хор, Анюй, Коппи һәм Самарга йылғаларының үре генә уртаса дәрәжәлә лава ҡурҡынысы булған райондар иҫәбенә инә.
Сихотэ-Алинь таулы системаһы сейсмик яҡтан тотороҡло түгел.
Сихотэ-Алиндың үҫемлектәр донъяһы күп төрлө: көньяҡ һәм үҙәк өлөшөндә 500 м тиклем бейеклекте маньчжур төрҙәре өҫтөнлөк иткән ылыҫлы-киң япраҡлы урман биләй. Төньяҡ өлөшөн аян шыршыһы һәм аҡ шыршынан (пихта белокорая) торған ылыҫлы урман каплаған. Ныҡ бейек урындары тау тундраһынан тора. Тау түбәне бейеклеге 3,5 метрға тиклем еткән үлән келәменән ғибәрәт.
Сихотэ-Алинь алды ошо ерҙең эндемигы — алыҫ көнсығыш леопарды биләмәләре булып тора. Тағын да эндемиктарҙан микробиота һәм ольгин ҡарағасы үҫә.
Һуңғы бер нисә ун йыллыҡтарҙа бындағы аҡ шыршы-шыршы урмандарының ҡорой барыуы күҙәтелә (Манько, 2003). Сәбәбе итеп бер нисә фактор атала: вируслы ауырыуҙар, грунт һыуҙары режимы үҙгәреүеӘммә был күренештең төп сәбәбе — климаттың глобаль үҙгәреүенә бәйле булырға тейеш. Ағастарҙың сирләүе —уларҙың көсһөҙләнеү эҙемтәһе. Сөнки үҫемлектәрҙең генетик программаһы климаттың глобаль үҙгәреүенә тап килмәй. Аян шыршыһы ареалы кәмегән һайын, урынын япраҡлы тоҡомдар һәм корея кедры әүҙемләшә бара. Бер һүҙ менән әйткәндә, Сихотэ-Алиндың үҫемлектәр донъяһында климатоген сукцессия күренеше күҙәтелә
Климат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнсығыш битләүҙәрҙә ҡыш йомшағыраҡ һәм ҡарлы. Был Япон диңгеҙенән йыш килеп торған циклондарға бәйле. Ә көнбайышында климат ҡырҡа континенталь, аҙ ҡарлы.Ғинуарҙың уртаса тәүлек температураһы көньяҡ райондарында −12 °С — тан үҙәк һәм төньяҡ өлөштәрендә 15-22°С -ҡа барып етә. Әммә, Сихотэ-Алиндың үҙәк һәм төньяҡ тауҙарында төнөн температура −45 градустан түбән төшөргә мөмкин.
Ҡар япмаһы көньяҡ райондарҙа 4-5 ай, декабрҙән апрелгә тиклем, ә төньяғында — октябрь башынан, май аҙағынаса, йәғни яҡынса 8 ай ята.Ҡышҡы осорҙа яуым -төшөм күләме тигеҙ бүленмәй. Иң бейек ҡар ҡатламы март айында күҙәтелә. Көнсығышындағы бейек битләүҙәрҙә (яр) ҡыш буйына тотошлай көслө һәм мул итеп ҡар яуыуы, бурандар, оҙайлы епшек көндәр күҙәтелә.Йыллыҡ яуым-төшөм ҙур (800—1000 тиклем мм). Әммә уларҙың күп өлөшө яҙғы-йәйге осорға тура килә.
Дөйөм алғанда, Приморьеның көньяҡ райондарҙан тыш, Сихотэ-Алиндың бөтә биләмәһендә тиерлек — кеше өсөн бик ауыр климат. Шуға, климатын рәсми рәүештә, Алыҫ Төньяҡ шарттарына тиңләйҙәр.
Ҡар ишелмәһе (лавина) ҡурҡынысы 90 көнгә тиклем һуҙыла. Был осорҙың иң хәүефле мәле, яуым-төшөмгә һәм температураға бәйле, ғинуар-март айҙарына тура килә. Ҡар ишелмәһенең күләме ҙур түгел. Иң ныҡ ҡурҡыныс янаған урындарҙа ҡар ишелмәһенең күләме 30-50 мең м³-ға барып етә барып етә (Сихотэ-Алиндың үҙәк өлөшө). Күпселек урындарҙа күләм 10 мең м³-ҙан кәмерәк була.
Төбәкте үҙләштереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сихотэ-Алиндь йылғаларының һыубаҫар туғайҙарында. боронғо палеолит дәүерендә кешеләренең тораҡтары табылған. Тораҡтар неолит (V—беҙҙең эраның iii быуатына тиклем) дәүеренә ҡарай. Улар бейеклеге 4-6 м булған киртләс-киртләс тау битендә урынлашҡан. Приморьеның көньяҡ өлөшөндәге был боронғо мәҙәниәтте белгестәр зайсан мәҙәниәте тип атайҙар. Нимәһе ҡыҙыҡ, табылған артефакттарҙың күбеһе обсидиандан эшләнгән: бысаҡ һымаҡ пластиналар, проколка, ҡырғыстар, ике яғы ла эшкәртелгән уҡ башаҡтары, ҡыя йөҙлө өсмөйөшлө бысаҡ, шиферлы бысаҡтар, уҡ баштары
Сихотэ-Алинь платоларының береһен ҡаҙғанда археологтар ҙур бер таш ҡоролма ҡалдыҡтарына юлыға. Ҡоролманың төҙөлөшө уның бохай осоронда (VI—IX быуат) ҡарай икәнен күрһәтә. Табылған әйберҙәр был ҡоролма 1000 йылдан ашыу элек Приморье крайын, Маньчжурияны һәм Корея ярымутрауының төньяҡ өлөшөн биләгән Бохай батшалығы һарайы булыуы тураһында һығымта яһарға мөмкинлек бирә. Сихотэ-Алинь тауҙарында элек тә был боронғо мәҙәниәт ҡаралтыһы ҡалдыҡтары: сигнал башняһы, һарай һәм бер нисә нығытма табылған булған. Уларҙың һаҡлау әһәмәмиәтенән тыш, дини функциялары ла булған тип иҫәпләйҙәр..
Барлыҡ таулы райондарҙағы кеүек, Сихотэ-Алинь биләмәләрендә лә кешеләр ҙур йылға үҙәндәренән башлап урынлаша башлай. Иң элек Амур, Уссури йылғалары буйлап ултыралар. Унан уртаса ҙурлығы буйынса йылға кеүек, Анюй, Хор, Бикин, Уссурка йылғаларының түбәнге ағымындағы уңдырышлы тигеҙлектәр үҙләштерәләр. Шулай уҡ, тәүге цивилизация үҙәктәре диңгеҙ бассейнындағы йылға тамаҡтарына яҡын уңайлы. гавань урындарында барлыҡҡа килгән. Йылға үрҙәрендә цивилизацияның әүҙем баҫмаҡлауы күптән түгел — бары 70-80 йылдар тирәһе элек кенә, был төбәктә рудниктар барлыҡҡа килгәс кенә башланған.
Әлеге ваҡытта Сихотэ-Алиндың таулы өлөштәрендә кешеләр йәшәмәй тиерлек. Күпселек ҡала һәм эре ҡасабалар Көньяҡ Приморье тау алдарында, йәшәү өсөн иң уңайлы урындарҙа— Амур, Уссури йылғаһы үҙәне һәм япон диңгеҙе ярҙары буйлап урынлашҡан. Үҙәк һәм төньяҡ өлөшөндә бындағы берҙән-бер тимер юл буйҙарында ҙур булмаған тораҡ пункттары теҙелеп киткән.
Сихотэ-Алиндың төпкөлөнә тоташлай үтеп инеү СССР тарҡалғас башлана. Контролһеҙ ҡалған урман браконьерҙар тарафынан күпләп ҡырҡыла. Әлегә экология тигеҙлеге ныҡ боҙолоп өлгөрмәһә лә, ныҡ ҡына ҡаҡшаған. Шулай уҡ, урман массивы йыл һайын бик күп янғындаран зыян күрә. Ҡайһы ваҡыт был янғындар тайганың бик ҙур майҙанарын солғап ала. Бындағы тиҫтәләрсә километрға һуҙылған ҡыу шыршы һәм ҡарағас урмандарын яйлап япраҡлы ағас тоҡомдары баҫып бара (икенсел урмандар).
Майҙаны буйынса иң ҙур янғындан 1976 йылдың көҙөндә (октябрь) Хабаровск крайы (зыян күреүсе райондар — Хабаровск, Нанайский, Совет-Гавана, Ванинский, Комсомольская, Лазо исемендәге район, йәғни край биләмәһенең яртыһы тиерлек) зыян күрә. Әфәт шундай ҙур бәләләр ҡуптара. Мәскәүҙә ашығыс рәүештә Косыгин рәйеслегендә хөкүмәт комиссияһы ойошторола. Ә Хабаровскиҙа ғәҙәттән тыш ойошторолған крайисполком штабы эшләйТөрлө урындарҙа тиҫтәләрсә ҡасабалар ут эсендә ҡала. Урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары яна, боеприпастар складтары шартлай. Тайгалағы янғын һөҙөмтәһендә 40 м/с тиклем тиҙлекле көслө ел ҡуба. Ул күп ҡатлы йорт ҡыйыҡтарын алып ырғыта, бейек -бейек ағастарҙы йыға. Утлы афәт 14 көн дауам итә. Яҡынса баһалауҙар буйынса яҡынса 400 миллион кубометр ағас янғандан әрәм була. Тораҡ пункттары төрлө дәрәжәлә зыян күрә, шулай уҡ төрлө дәрәжәлә зыян күрә, кеше ҡорбандары була. Янғын эҙемтәләре 40 йыл үтһә лә күренеп тора.
1939 йылдан алып 1945 йылға тиклем Сихотэ-Алинда Амурҙағы Комсомольсктан алып Ванино портына һәм Совет Гаваны ҡалаһына тиклем бер тимер юлы һалынған. Кузнецовск артылышы аша оҙонлоғо 413 метр тоннель үтә. 2011 йылда тимер юлының үткәреү күләмен арттырыу өсөн оҙонлоғо 3890 м булған яңы тоннель ҡаҙыла. Әлеге ваҡытта тимер юлын реконструкциялау әүҙем дауам итә.
2017 йылдың көҙөнә Сихотэ-Алинь аша Ванино портынан Лидога ауылына тиклем Р454 асфальтлы автомобиль юлы һалынған. Был юл Хабаровск- Амурҙағы Комсомольск юлына алып сыға. Юлдың дөйөм оҙонлоғо — 319 километр. Юл тауҙары 49 параллель буйынса киҫеп үтә.
Тикшеренеүҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1900 һәм 1920 йылдарҙа Сихотэ-Алинь В.К.Арсеньевтың бер нисә экспедицияһы объекты була(1906, 1907, 1908—1910, 1927). 1902—1910 йылдарҙағы экспедиция һөҙөмтәләре буйынса Сихотэ-Алиндың быға тиклем картала «аҡ тап» тип иҫәпләнгән таулы өлкәләре өйрәнелә. В. К. Арсеньев Сихотэ-Алиндағы таулы урмандарҙың күп төрлөлөгөн, уникал булыуын билдәләп, уларҙы «Бөйөк урман» билдәләй.
1971 йылда виноградсылыҡ һәм шарап эшләү буйынса Бөтә Рәсәй институты "Сихотэ-Алинь тайгаларына «ҡырағай йөҙөм артынан» фәнни экспедициялар (15 сентябрь — 5 октябрь 1971 й.) ойоштора. Экспедиция етәксеһе Г.И. Анохин була.
2001 йылда Сихотэ-Алинь ҡурсаулығы тәбиғи объекты булараҡ, ЮНЕСКО бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелгән. Шулай итеп, Рәсәйҙә шундай статус алған объекттарҙың ун дүртенсеһе булып китә.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Высокогорск артылышынан Яҡут-Тау күренеше
-
Чугуевский районындағы Павловка йылғаһы
-
Анюй йылғаһы
-
Находка ҡалаһы янындағы уба
-
Сихотэ-Алиньда ҡыш (Сахарная ҡалаһы)
-
Звезда Приморья шарлауығы
Шулай уҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Приморье крайындағы тау түбәләре исемлеге
- Сихотэ- Алинь метеориты
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өҫтәлмә әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Южная часть Дальнего Востока — М.: Наука, 1969.
- Ветренников В. В. Геологическое строение Сихотэ-Алинского заповедника и центрального Сихотэ-Алиня // Труды Сихотэ-Алинского заповедника. — 1976. — Вып. 6. — 167 с.
- Иван Багряный «Тигроловы»