Эстәлеккә күсергә

Нагаева Мәфтуха Ғиниәт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нагаева Мәфтуха Ғиниәт ҡыҙы
Тыуған көнө

8 март 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})

Вафат булған көнө

1 апрель 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (88 йәш)

Ил

 Рәсәй империяһы
 СССР

Наградалары һәм премиялары
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы

Нагаева Мәфтуха Ғиниәт ҡыҙы (8 март 1907 йыл, Орск ҡалаһы, Ырымбур өлкәһе — 1 апрель 1995 йыл, Ишембай,Башҡортостан Республикаһы) — педагог. Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты(элекке 3-сө мәктәп) уҡытыусыһы, директоры (1942—1949). Ишембай ҡала Советы депутаты (1970—1972). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1945) кавалеры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1944)[1].

1934 йылда Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлаған.

1927—1936 йылдарҙа Йылайыр кантоны, Баймаҡ районы мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләгән.

1936—1942 йылдың июненә тиклем Ишембай ҡалаһының 1-се мәктәбендә математика уҡытыусыһы.

1942 йылдың июнендә Ишембай ҡалаһының 3-сө башҡорт мәктәбенә директор вазифаһына тәғәйенләнә. Иң ауыр һуғыш йылдарында, һуғыштан һуңғы ҡатмарлы осорҙа (1942—1949) 3-сө башҡорт мәктәбен етәкләй, яҡын тирәләге ауылдарҙағы 16 башланғыс мәктәптән һуң балалар ҡалаға килеп уҡый алһын өсөн бар тырышлығын һала[2].

Мәктәп ашханаһында балаларҙы ашатыуҙы хәстәрләп, Тәйрүк йылғаһы буйында 3 гектар ерҙә төрлө культуралар менән тәжрибә үткәрелә, ашхана өсөн йәшелсәләр үҫтерелә.Мәфтуха Ғиниәт ҡыҙы етәкселегендә уҡытыусылар ауылдарҙа концерт ҡуя, йыйылыштар үткәрә.Директор үҙе оҫта итеп скрипкала уйнай. Был саралар халыҡтың рухын күтәреүгә ярҙам итә,дошманды еңеүгә ышанысты нығыта.

Уҡыусыларының хәтерендә Мәфтуха Ғиниәт ҡыҙы һоҡланғыс шәхес, талапсан, тырыш математика уҡытыусыһы булараҡ яҡты эҙ ҡалдырған.

1958 йылда Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарары менән Ишембай ҡалаһында етем һәм күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар өсөн 1-се һанлы интернат-мәктәп асыла. Мәктәптә уҡытыусылар, тәрбиәселәр коллективы туплап, бөтөнләй яңы булған эште башлап китеү бурысы директор Мәҡсүтов Ләбиб Абдулла улы, өлкән тәрбиәсе Нагаева Мәтуха Ғиниәт ҡыҙы, Нуриәхмәтов Әсҡәт Нуриәхмәт улына йөкләтелә. Мәфтуха Ғиниәт ҡыҙы 1958—1962? йылдарҙа 1-се һанлы интернат-мәктәптең (хәҙерге А. В. Достовалов исемендәге Башҡортостан кадет мәктәбе) өлкән тәрбиәсеһе булып эшләй[3].

Педагогик стажы − 46 йыл.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1945 йыл, март)
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән (1949 йыл, апрель)
  • Дүрт юбилей миҙалы.
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1944)
  • 2008 йылда Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт интернат-мәктәбендә Мәфтуха Ғиниәт ҡыҙы Нагаеваның тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы уға арналған иҫтәлекле таҡтаташ асыла.
  1. brgi.ucoz.ru/index/nagaeva_m_g/0-52
  2. oprb.ru/template/guest/school/index.php?id=3824
  3. www.bkkpfo.ru/o-korpuse/istoriya
  • Ишимбайская энциклопедия, Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015г.,с.387
  • www.calameo.com/books/004594645c5f44baca5cb