Байымов Мөхтәр Әхмәтғәзи улы
Байымов Мөхтәр Әхмәтғәзи улы | |
Тыуған көнө | 1905 |
---|---|
Тыуған урыны | Баймаҡ районы, СССР |
Байымов Мөхтәр Әхмәтғәзи улы (10 май 1905 йыл — 10 июль 1938 йыл) — уҡытыусы, филолог, тәржемәсе, партия органдары хеҙмәткәре. 1932 йылдан «Культура революцияһы» (хәҙерге «Башҡортостан уҡытыусыһы») журналының яуаплы мөхәррире. 1933 йылдан Башҡортостан партия нәшриәте етәксеһе, 1934—1936 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, 1936—1937 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт секторы мөдире. Сәйәси золом ҡорбаны
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхтәр Әхмәтғәзи улы Байымов 1905 йылдың 10 майында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Байым ауылында тыуған. Дин әһеле Байымов Әхмәтғәзи Хаммат улының улы, киң билдәле Байым ишандың бүләһе. 1920—1921 йылдарҙа Яйыҡбай ауылында уҡытыусы булып эшләй.
Ырымбур башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә һәм 1924 йылда уны тамамлай. Артабан Ҡазан көнсығыш педагогия институтында (1924—1926), һуңынан А. С. Енукидзe исемендәге Ленинград көнсығыш институтында (1930) белемен камиллаштыра.
1930—1933 йылдарҙа Башсовнарком эргәһендәге Башҡорт милли мәҙәниәт ғилми тикшеренеү институтынының директоры һәм директор урынбаҫары булып эшләй. Ошо уҡ ваҡытта ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы В. И. Ленин, И. В. Сталин хеҙмәттәрен башҡорт теленә тәржемә итеү буйынса комиссияла эшләй, уның етәксеһе була. Бер үк ваҡытта «Культура революцияһы» (1932) журналының яуаплы мөхәррире вазифаһын да биләй.
Мөхтәр Байымов, башҡорт һәм урыҫ теленән тыш, төрөк, ғәрәп, фарсы, ҡаҙаҡ, әзербайжан, төркмән, үзбәк телдәрен дә яҡшы белгән. Урыҫ классиктары А. С. Пушкин, М. Ю. Лермонтов, Н. А. Некрасов, А. П. Чехов һәм башҡа яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән. Әҙәби башҡорт теле нигеҙҙәрен һәм нормаларын эшләүҙә, башҡорт теле һәм башҡорт әҙәбиәте буйынса дәреслектәр сығарыуҙа ҡатнашҡан. «Байыҡ» (1927) драмаһы, «Юлсыға» (1928) поэмаһы һәм шиғырҙар авторы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, текстары һаҡланмаған. Башҡорт халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһына, ул яҙып алған «Абдрахман кантон», «Буранбай», «Зөлхизә», «Ҡаһым түрә», «Сибай», «Урал», «Шәүрә» башҡорт халыҡ йырҙары өлгөләре «Башҡорт халҡ йырҙары» (Б. Мөхтәр Китабов булараҡ күрһәтелгән) һәм «Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре» йыйынтыҡтарына ингән[1].
1933 йылда Башҡортостан партия нәшриәтенең директоры һәм баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Артабан, 1934—1936 йылдарҙа, ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетында пропаганда бүлеге инструкторы булып хеҙмәт итә.
1936—1937 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт секторы мөдире. 1937 йылда, милләтселектә ғәйепләнеп, ҡулға алына һәм хөкөм ителә. 1938 йылдың 10 июлендә Өфөлә атып үлтерелә[1].
1958 йылда тулыһынса аҡлана.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Байымов Мөхтәр Әхмәтғәзи улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БАЙЫМОВ Мөхтәр Әхмәтғәзи улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан: г. Уфа, Китап, 1997, стр. 211.
- Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл, 16 бит.