Ишбаева Роза Баһауетдин ҡыҙы
Ишбаева Роза Баһауетдин ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 26 ғинуар 1932 |
Тыуған урыны |
Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Аҡбулат, Кейекбай ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 21 октябрь 2021 (89 йәш) |
Вафат булған урыны | Иҫке Собханғол, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ишбаева Роза Баһауетдин ҡыҙы (26 ғинуар 1932 йыл — 21 октябрь 2021 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре. 1953—1988 йылдарҙа Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1978).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Роза Баһауетдин ҡыҙы Ишбаева 1932 йылдың 26 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Аҡбулат ауылында күп балалы ғаиләлә, туғыҙ баланың икенсеһе булып тыуа.
Атаһы, Бикбулатов Баһауетдин Абдрахман улы, Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң, фронттан ҡайтҡас, КПСС район комитетында пропаганда бүлегендә эшләй, артабан икенсе секретарь вазифаһын башҡара, һуңынан колхоз рәйесе булып эшләй. Шуға күрә һуғыштан һуңғы ваҡытта йорт эштәрендә һәм кесе туғандарын тәрбиәләүҙә әсәһенә, Камила Шәмсетдин ҡыҙына, ярҙам итеү Розаның иңенә төшә.
Шуға ҡарамаҫтан, 1941 йылдың сентябренән мәктәпкә ныҡышмалы йөрөй һәм 1951 йылда, синыфташтары 7 класҡа етеп, уҡыуҙарын ташлаһа ла, ул мәктәпте бишле билдәләренә генә тамамлай. 10-сы класты тамамлағандан һуң 1951 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә.
Институтты тамамлап, пенсияға сыҡҡансы Иҫке Собханғол урта мәктәбендә 40 йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Абруйлы уҡытыусы үҙенең эшләү дәүерендә РСФСР Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы (174438-се танытма), КПСС-тың Бөрйән райкомы, Бөрйән район Советы, Бөрйән район халыҡ мәғарифы бүлегенең, Иҫке Собханғол мәктәбе дирекцияһының Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҫеп килгән быуынды уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн 1978 йылдың 27 июнендәендә Роза Баһауетдин ҡыҙы СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була (№793988, 1075676-се танытма)[1]. 1984 йылдың 29 февралендә уға «Хеҙмәт ветераны» миҙалы тапшырыла.
Шулай уҡ ул 1996 йылда Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән маҡтаулы хеҙмәте өсөн миҙал һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 50, 60, 65,70 йыллығына ҡарата юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.
Роза Баһауетдин ҡыҙы 2021 йылдың 21 октябрендә Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында вафат була.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ире — Ишбаев Исмәғил Сәхиулла улы (1 ғинуар 1928 йыл—27 декабрь 2019 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, партия эшмәкәре.
- Ҡыҙы — Рәшиҙә, никахта Пещёрова (1955 йылда тыуған) — Иркутск ҡалаһының чумаға ҡаршы ғилми-тикшеренеү институты табибы-вирусологы. Биология фәндәре кандидаты. Иркутск ҡалаһында йәшәй. Хаҡлы ялда.
- Улы — Урал (1957 йылда тыуған) — Ишембай ҡалаһының «Инман» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә энергия-механика тәьминәте хеҙмәте начальнигы урынбаҫары, баш энергетика урынбаҫары. Хәҙер хаҡлы ялда.
- Ҡыҙы — Рәмзиә (1966 йылда тыуған) — Бөрйән үҙәк дауаханаһында табип-лаборант.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ишбаева Роза Багаутдиновна 2022 йыл 25 ғинуар архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- История школы 2022 йыл 31 март архивланған.
- Календарь знаменательных и памятных дат Республики Башкортостан на 2022 год. Управление по делам архивов Республики Башкортостан Национальный архив Республики Башкортостан 2022 йыл 16 февраль архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бикбаева В.А., Ягафаров Б.Г. История села Старосубхангулово. — WWW.DARIKNIGI.RU, 2021. — 110 с.