Эстәлеккә күсергә

Салауатова Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Салауатова Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 РСФСР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 февраль 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Салауатова Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы (2 февраль 1951 йыл, БАССР, Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы) — мәғариф хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2009)[1].

Салауатова (Мырҙағолова) Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы 1951 йылдың 2 февралендә Башҡортостан АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуа.

1966 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбен уңышлы тамамлағандан һуң Бөрө дәүләт педагогия институтының химия һәм биология факультетына уҡырға инә. Йәш белгес Байғаҙы, Байназар, Иҫке Собханғол һәм Ғәҙелгәрәй мәктәптәрендә химия һәм биология уҡытыусыһы, директор урынбаҫары булып эшләй.

1998 йылдан алып 2005 йылға тиклем Иҫке Собханғол урта мәктәбе директоры [2], 2005—2010 йылдарҙа Иҫке Собханғол ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы эшен башҡара.

Төп эшенән тыш Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. 2018—2022 йылдарҙа райондың ветерандар советы председателе булып эшләй.

2010 йылдан алып Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы район ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй. Был өлкәлә «граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын тәьмин итеүгә тос өлөш индергәне һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн» 2022 йылда Салауатова Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы менән бүләкләнә[3]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Йыл директоры 2004», «Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы» (2004), «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» (2009), «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәре» исемдәренә лайыҡ. Әлеге ваҡытта район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, муниципаль район хакимиәте комиссияһының яуаплы секретары булып тора.

2021 йылда Өфөлә үткән «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» бөтә Рәсәй конкурсында Рәмилә Фәхретлин ҡыҙы Салауатова башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары хәрәкәтенең билдәле активисы Рабиға Кушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалы менән бүләкләнә[4].

«Халыҡ традициялары нигеҙендә ауыл уҡыусыларын экологик тәрбиәләү», «Башҡорт халыҡ йолалары нигеҙендә малайҙар тәрбиәләү» һәм «Уҡыусыларҙың эстетик мәҙәниәтен тәрбиәләүҙең педагогик шарттары» китаптары авторы. Иҫке Собханғол ауылында йәшәй.