Шәрәфетдинова Әлфиә Мазһар ҡыҙы
Шәрәфетдинова Әлфиә Мазһар ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 6 июль 1951 (73 йәш) |
Тыуған урыны | Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | уҡытыусы, дәүләт эшмәкәре |
Эш урыны | Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай |
Уҡыу йорто | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Шәрәфетдинова Әлфиә Мазһар ҡыҙы (6 июль 1951 йыл) — уҡытыусы, дәүләт эшмәкәре, III саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1], Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлфиә Шәрәфетдинова 1951 йылдың 6 июлендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында Йомабикә һәм Мазһар Күлбаевтар ғаиләһендә тыуа.
Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтының математика бүлегенә уҡырға инә. Институтты тамамлағас, Өфө ҡалаһының 36-сы мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Үҙенең тырыш, намыҫлы хеҙмәте менән коллективта ҙур абруй яулай. 1973—1985 йылдарҙа уҡытыусы, 1985—1986 йылдарҙа уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары[2].
Хеҙмәтен баһалап 1990 йылда уға РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы билдәһә, ә 1994 йылда Башҡортостан Республикаһыны атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре маҡтаулы исеме бирелә.
1986—1992 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Орджоникидзе КПСС район комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге инструкторы, аҙаҡ Орджоникидзе район советы рәйесе урынбаҫары, ә 1992—2001 йылдарҙа Орджоникидзе районы хәкимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләй[2].
Әлфиә Мазһар ҡыҙы I һәм II саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай делегеты, III саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, хеҙмәт, социаль мәсьәләләр, ғаилә, балалыҡ һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитетты етәкләй. Ул Башҡортостан Республикаһы ҡатын-ҡыҙҙар союзы идараһы ағзаһы[3].
Бөгөнгө көндә хаҡлы ялда, Өфө ҡалаһында йәшәй. Рәсәй Федерацияһы хеҙмәт ветераны.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы (РСФСР халыҡ мәғарифы министрлығының 1990 йылдың 19 июлендәге 137-се Ҡарары)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (БР Президентының 1994 йылдың 9 сентябрендәге Бойороғо),
- Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (БР Президентының 2001 йылдың 6 июлендәге Бойороғо),
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһы (БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Президиумының 2006 йылдың 27 июнендәге № 11-59/3 Ҡарары).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ҡоролтай депутаттары
- ↑ 2,0 2,1 Биография
- ↑ Список членов Правления Союза женщин РБ 2016 йыл 4 март архивланған.