Эстәлеккә күсергә

Йәғәфәров Ғибат Зиннәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәғәфәров Ғибат Зиннәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 РСФСР
 Башҡорт АССР-ы
 Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 22 февраль 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Үрге Нөгөш, Ғәлиәкбәр ауыл советы, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 28 октябрь 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (78 йәш)
Эшмәкәрлек төрө дәүләт хеҙмәткәре[d]
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Йәғәфәров Ғибат Зиннәт улы (22 февраль 1924 йыл — 28 октябрь 2002 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ӏ дәрәжә Дан ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүсе


Ғибат Зиннәт улы Йәғәфәров 1924 йылдың 22 февралендә БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Үрге Нөгөш ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Үрге Нөгөш ауылы) тыуған.

Ғибат Йәғәфәров Бөрйән РВК-һы тарафынан 1942 йылдың 17 авгусында Ҡыҙыл Армия сафына алына. Һуғышта тәүҙә рядовой, һуңынан өлкән лейтенант дәрәжәһендә 268-се гвардия зенит артиллерия полкында хеҙмәт итә[1].

Ғибат Зиннәт улы Өфө Юғары партия мәктәбен тамамлай (1958).

Хеҙмәт юлы
  • 1939—1942 йылдарҙа «Ҡызыл Байраҡ» колхозында эшләй
  • 1945 йылдан алып һәм 1951 йылға тиклем — Ғәлиәкбәр 7 йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы
  • 1946 йылдан алып ВЛКСМ-дың район комитеты 1-се секретары[2]
  • 1950 йылдан алып балалар йорто (Берәтәк ауылы) директоры
  • 1953 — 54 йылдарҙа. КПСС райкомының ойоштороу һәм инструкторҙар бүлеге
  • 1958 йыл — пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире
  • 1959 йыл — район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары
  • 1963 йылда Бөрйән районы (Белорет ҡалаһы) буйынса инспектор-парторг, һуңыраҡ. «Маяҡ» колхозы рәйесе (Белорет районы), партия комитетының инструктор-лекторы
  • 1964 йылдан алып Бөрйән сәнәғәт комбинаты директоры
  • 1965 йылдан КПСС-тың Бөрйән район комитетының ойоштороу бүлеге мөдире
  • 1974 йылдан Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡытыусыһы
  • 1977 йылдан алып район халыҡ мәғарифы бүлегенең ситтән тороп уҡыу бүлеге мөдире
  • 1978 — 1984 йылдарҙа район көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу урта мәктәбе директоры

Ғибат Зиннәт улы Йәғәфәров 2002 йылдың 28 октябрендә Иҫке Собханғол ауылында вафат була һәм Иҫке Собханғол ауылы зыяратында ерләнә[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[4]

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]