Лыгин Сергей Александрович
Лыгин Сергей Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 6 апрель 1956 (68 йәш) |
Тыуған урыны | Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы |
Ғилми исеме | доцент[d] |
Ғилми дәрәжә | химия фәндәре кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Лыгин Сергей Александрович (3 май 1956 йыл) — химик, химия фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы химия кафедраһы доценты, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сергей Александрович Лыгин 1956 йылдың 3 майында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуа. 1963—1973 йылдарҙа Иҫке Собханғол урта мәктәбендә уҡый. 1976 йылда Совет Армияһында хеҙмәтен Германияла үтеп ҡайтҡандан һуң, Бөрө дәүләт педагогия институтының биология һәм химия факультетына уҡырға инә. 1981 йылда юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлағандан һуң институтта уҡытыусы булып эшкә ҡалдырыла[1]. 1981 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем Бөрө дәүләт педагогия институты, һуңынан Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы, әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында химия һәм биология фәнен уҡыта[2].
1998—2005 йылдарҙа Бөрө дәүләт педагогия институты ҡарамағындағы лицейҙа химия уҡытыусыһы. 2000—2005 йылдарҙа әлеге лицейҙың директоры вазифаһын башҡара[3].
Химия кафедраһы ассистентынан башлап бөтә вазифаларҙы ла үтә, Михаил Иванович Калинин исемендәге Ленинград политехник институтында электрохимия һөнәре буйынса физика-металлургия факультетының физик химия кафедраһында аспирантурала уҡый. Уны тамамлағандан һуң ситтән тороп уҡыу буйынса проректор, артабан биология һәм химия факультеты деканы, уҡыу-уҡытыу эше буйынса беренсе проректор була[1].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни эшмәкәрлеге металдарҙың коррозияһы, химия уҡытыуҙың методик аспекттарына арналған. 1988 йылда химия фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, Ленсовет исемендәге Ленинград технология институтында «Влияние температуры на депассивацию железа и титана в кислых растворах» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, а 1992 йылда Фән министрлығының Юғары мәктәп комитеты, РФ юғары мәктәбенең һәм техник сәйәсәтенең ҡарары буйынса химия кафедраһы доценты исеме бирелә[4]. Дөйөм һәм органик булмаған химия, экологик химия, геохимия, кристаллохимия, биоген элементтар химияһы, тирә-яҡ мөхит химияһы һәм тәбиғи фәндәр менән бәйле башҡа предметтарҙы уҡыта[5]
«Химия в школе» журналында 40-ҡа яҡын мәҡәләһе, шулай уҡ 200-ҙән ашыу ғилми эштәре сит илдәрҙә һәм Рәсәйҙә баҫылып сыҡҡан[2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006)
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы
- Рәсәй Федерацияһының Фән һәм мәғариф министрығының Почет грамотаһы
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡатыны — Лыгина Раиса Ивановна — Башҡорт дәүләт университеты Бөрө филиалының биология уҡытыусыһы[1]
- Ҡыҙы — Елена — биология фәндәре кандидаты. Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы уҡытыусыһы[1]
- Улы — Алексей — химик, илдең төньяҡ төбәктәрендә быраулау буйынса икенсе категориялы инженер[1].
- Ейән-ейәнсәрҙре — Дима, София
Һайланма мәҡәләләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Урок-семинар «Радиационная безопасность: что мы о ней знаем?» «Химия в школе» 2007. N 6. С. 45-53.
- Комплексный мониторинг тяжелых металлов водных экосистем в условиях техногенеза. Геохимия биосферы ( к 90-летию А.И.Перельмана) Доклады Международной научной конференции. Москва, 15-18 ноября 2006 г. Москва-Смоленск, 2006. С.186-188.
- Содержание тяжелых металлов в почвенном покрове республики Башкортостан. . Геохимия биосферы ( к 90-летию А.И.Перельмана) Доклады Международной научной конференции. Москва, 15-18 ноября 2006 г. Москва-Смоленск, 2006. С.210-211.
- Комплексный мониторинг водных экосистем в условиях техногенеза. Доклады. 1У Международная научно-практическая конференция <Тяжелые металлы и радионуклиды в окружающей среде>. Том 2. Семипалатинск Казахстан 2006. С. 239-243.