Эстәлеккә күсергә

Әминева Эльмира Фәхретдин ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әминева Эльмира Фәхретдин ҡыҙы
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 ғинуар 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (69 йәш)
Һөнәр төрө уҡытыусы
Эшмәкәрлек төрө мәктәп уҡытыусыһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Әминева Эльмира Фәхретдин ҡыҙы (11 ғинуар 1955 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Эльмира Фәхретдин ҡыҙы Әминева БАССР-ҙың Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында 1955 йылдың 11 ғинуарында тыуған. Иҫке Собханғол урта мәктәбендә 1962 — 1972 йылдарҙа уҡый.

Әминева Э. Ф. 1973 — 1974 йылдарҙа Ғәлиәкбәр һигеҙ йыллыҡ, Әбделмәмбәт урта мәктәптәрендә эшләй. 1975 — 1980 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтынының филология факультетында ситтән тороп уҡый. 1975 — 1976 йылдарҙа Байназар урта мәктәбендә уҡыта. 1977 — 1999 йылдарҙа Иҫке Собханғол урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре алып бара. Юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы дәрәжәһенә эйә була.

Әминева Эльмира Фәхретдин ҡыҙы 2000 — 2005 йылдарҙа Бөрйән районы мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының әйҙәүсе-етәксеһе. 2005 — 2012 йылдарҙа Иҫке Собханғол урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре алып бара, бер үк ваҡытта уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡара.

2012 йылдан хаҡлы ялда.

Тормош иптәше - Әлфир Уйылдан улы Әминев. ике ҡыҙ (Әлфиә, Гөлфиә), ул (Азамат) тәрбиәләп үҫтерә. Улар, һәр береһе юғары белем алып, ғаилә ҡороп, яратҡан һөнәрҙәре буйынса эшләп йөрөйҙәр.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» (11 июль[1]
  • Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең аҡсалата бүләге[2]

Аминева Эльмира Фахретдиновна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.