Йомағолов Гәрәй Миңлеғәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йомағолов Гәрәй Миңлеғәли улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 30 сентябрь 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (64 йәш)
Тыуған урыны Яңы Собханғол, Иҫке Собханғол ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Йомағолов Гәрәй Миңлеғәли улы (30 сентябрь 1959 йыл) — педагог, мәғариф өлкәһе эшмәкәре, йәмәғәтсе. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гәрәй Миңлеғәли улы Йомағолов 1959 йылдың 30 сентябрендә БАССР-ҙың Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында тыуған.

1981 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай.

1985—1987 йылдарҙа Ҡыпсаҡ ауыл советы рәйесе, 1987—1989 йылдарҙа Әбделмәмбәт урта мәктәбендә уҡытыусы була.

1989 йылдан алып Килдеғол урта мәктәбе директоры, 1994 йылда — Бөрйән районы халыҡ мәғарифы бүлеге методисы, 1997—2002 йылдарҙа Бөрйән районы мәғариф бүлеге начальнигы булып эшләй. 1995—1997 йылдарҙа һәм 2018 йылдан алып Яңы Собханғол төп мәктәбе директоры, 2002 йылда — Ҡурғашлы төп мәктәбе директоры, уҡытыусыһы була.

2007 йылдан — Байназар урта мәктәбе, 2009—2018 йылдарҙа Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләй.

Гәрәй Миңлеғәли улы Йомағолов инициативаһы буйынса мәктәптәрҙә умартасылыҡ нигеҙҙәренә өйрәтеү уҡытыу программаһына индерелә, Бөрйән районында «Урал батыр» эпосын иң яҡшы белеүселәрҙең төбәк-ара конкурсын үткәреү ойошторола башлай (2014). Бөрйән район советының 3-сө, 4-се саҡырылыш депутаты итеп һайлана[2][3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Федерацияның почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.